Хәйбулла хәбәрҙәре
-3 °С
Болотло
ВКонтакте
Одноклассники
Телеграм
Баш
Рус
Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
7 Сентябрь 2020, 10:40
Ҡыҙға ни бары 20 йәш булған...
/
Ҡот осҡос юл-транспорт ваҡиғаһында 20 генә йәшлек ҡыҙҙың ғүмере өҙөлгән.
6 сентябрь иртә менән Ҡырғыҙ-Миәкә - Бишбүләк автомобиль юлының 9-сы километрында үлемесле авария була. Volkswagen Tiguan автомобиленә идара иткән 21 йәшлек егет ҡаршы яҡ һыҙатҡа сығып, юлдан ситкә осҡан һәм түңкәрелгән. Автомобиль салонындағы 20 йәшлек пассажир ҡыҙ ваҡиға урынында уҡ йән биргән. Шулай уҡ уның икенсе пассажиры - 21 йәшлек егет ауыр тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатылған.
Әле йәшәп тә өлгөрмәгән йәш ҡыҙҙың ғүмеренең өҙөлөүе бигерәк тә аяныслы. Уның ата-әсәһен һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, сабырлыҡ һәм түҙемлек теләйбеҙ.
Фото: "Башинформ"
Автор: Карима Усманова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/i-a-ni-bari-20-y-sh-bul-an-442415/
Читайте нас:
Новости партнеров
Ҡыш ҡасан килә?
Уфимский лимонарий – точка притяжения туристов со всех концов России
Балтачлар аккошлар гаиләсе өчен борчыла