Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
7 Сентябрь 2020, 16:54

ВАҠЫТ

.

ТАМАРА ҒӘНИЕВА
ВАҠЫТ.

- Фамилияһы кем ауырыуҙың, нисә йәш?

- Белмәйем.

- Ә кем белә?

- Уныһын да белмәйем. Урамдан алып килдек. Ерҙә ята ине.

- Вәт теңкәгә тейәһегеҙ һеҙ. “Тиҙ ярҙам” машинаһы больницаға бомждарҙы ташыуҙан ҡасан туҡтар һуң?

- Бәй, бүтән ҡайҙа ҡуяйыҡ? Махсус дауахана юҡ бит. Шылтыраттылар. Килдек. Ерҙә ята ине.

- Ә кем шылтыратты?

- Ғәлиев. Урам буйлап китеп барғанда ерҙә ятҡанын күргән дә шылтыратҡан. Беҙ килгәндә янында ине. Документтары юҡ. Кем икәне билдәһеҙ. Әҙәм балаһы бит. Тере. Ташлап китәйекме ни? Мин киттем. - “Тиҙ ярҙам” врачы китә башланы.

- Туҡта әле! - Дауахананың дежур врачы коллегаһына йәнә ниҙер әйтмәксе булды ла тыйылды. - Йә ярар...

Ауырыу һушһыҙ. “Приемный покой” ҙа уҡ анализ өсөн ҡанын алдылар, ЭКГ эшләттеләр. Анализдарға ҡарағанда инсульт булғанға оҡшай. Инәнән тыума сисендерҙеләр ҙә реанимация бүлегенә индереп тын алыу аппаратына, бәүел катетрына тоташтырҙылар, система ҡуйҙылар.

Иртәгәһенә бүлектең етәксеһе врачтарҙы йыйҙы. Йә, нишләйбеҙ? Кем булһа ла дауаларға кәрәк. Медицина полисы юҡлығын район хакимиәтенең сәләмәтлек бүлегенә әйтергә лә... Резервтан аҡса бүлерҙәр. Былай ҙа етер-етмәҫ аҡса ана шундай бомждарға тәләфләнә инде. Невропотолог, кардиолог, нейрохирургтарҙы йыйып консилиум үткәрҙеләр. Дауалау комплексын билдәләнеләр. Йәше 45-49 тирәһелер. Ул йәштә организм көслө була. Бәлки, ипкә килер. Ҡулында якорь һүрәте бар. Морякмы икән? Моряктыр, сөнки якорь һүрәтен бүтән кеше беләгенә һалдырырға йөрьәт итмәҫ ине.

Станциянан “Тиҙ ярҙам”ға шылтыратҡан Ғәлиевтың телефонын һорап алып йәнә ҡапшап ҡаранылар. Бәлки беләлер был кешене, мәшәҡәтенән ҡурҡып ҡына белмәмешкә һалышып, башынан себен осоралыр. Уныһы ныҡ тора. “Ҡайҙан беләйем мин ул кешене, ерҙә ятҡанын күреп йәлләнем, башта милицияға хәбәр итәйем тигәйнем, кире уйланым, сөнки маңлайы йылы ине. Тимәк, тере. Шуға “Тиҙ ярҙам” саҡырттым. Шул ғына...”

Милицияға хәбәр итергә тура килде. Бәлки, берәйһе яҡын кешеһен эҙләйҙер. Өс-дүрт кеше килеп күреп китте. “Беҙҙеке түгел!”-тинеләр һәм бүтән ҡыҙыҡһыныусы булманы.

Дауалау оҙаҡ барҙы. Бер аҙҙан ауырыу аңына килде. Уны дөйөм палатаға күсерҙеләр. Атлай алмаһа ла, коляскаға ултырып хәрәкәт итә башланы. Кешеләргә нисектер сәйерһенеп ҡарай. Бығаса бер ҙә күрмәгән нәмәгә тап булғандай, ҡайһы бер нәмәләрҙе һынап, текләберәк күҙәтә. Үҙе хаҡында ләм-мим. “Исемең кем? Әйтә алмаһаң, яҙып күрһәт,” - тип тә ҡаранылар. Ҡағыҙ-ҡәләм ала, яҙа алмай. Көндәр буйы тәҙрә аша алыҫтарға текләп ултыра.

Күпме тоторға була билдәһеҙ кешене дауаханала. Урамға сығарып ебәреп булмай. Халыҡты социаль яҡтан яҡлау бүлеге менән айҡаша-айҡаша, төрлө инстанциялар ҡарары менән уны ҡарттар йортона тапшырҙылар.

***

...Алсәскә, мәктәптәрҙә башҡорт теле дәрестәре ҡыҫҡартылып, ҡулайлашыу, оптимизация һылтауы менән үҙенә оҡшамаған уҡытыусыларҙан ҡотолоу өсөн юлдар асылыуынан сикһеҙ кинәнес кисергән директор тарафынан эштән бушатылғас, эш эҙләп төрлө-төрлө тупһаларҙы оҙаҡ тапаны.

Бер көндө ул класташы, врач-психиатр Исмәғилде осратты. Хәл-әхүәл һорашып, класташтар хаҡында һөйләшеп кафела ултырып алдылар. Алсәскә үҙенең эшһеҙлегенә зарланып ҡуйҙы.

- Минең коллеганың ҡатыны ҡарттар йортонда медсестра булып эшләй, уларға социаль педагог кәрәк, - тине Исмәғил. - Шунда бар.

- Әлләсе... - Былай университетта уҡығанда Алсәскә социаль педагогика курстарына теләп йөрөгәйне. - Балалар менән эшләп булыр ине лә...

- Борсолма, - тине һәр саҡ оптимист Исмәғил. - Ҡарттар балаларҙан бик аҙға айырыла. Уларҙың да хәленә инә белергә, күңелдәрен өйкәгән нәмәләргә яуап бирергә кәрәк. Йыуатырға ла тура киләсәк. Ҡурҡма! Бар ҙа эшлә. Ярҙам кәрәк булһа, шылтырат! Кейәүгә сыҡманыңмы әле, Алҫыу сәскә?- Алсәскәне мәктәптә гел шулай “Алҫыу” тип йөрөтәләр ине.

- Юҡ әле... Ә һин кәләш алғанһыңдыр?

- Юҡсы!

- Өйләнә ҡалһаң, туйыңа саҡырырһың бит?!

- Мотлаҡ!

Шулай айырылыштылар. Был һөйләшеүҙән һуң Алсәскә мәктәптәргә барғылап социаль педагоглыҡ эше хаҡында ла белешеп йөрөнө. Эш урыны табылманы. Һәм тәүәкәлләп ҡарттар йортона китте. Шул көндө үк эшкә алып та ҡуйҙылар.

Ҡайҙа, кем менән эшләйәсәген белеп, үҙен алдан уҡ нисек кенә ныҡ булырға кәрәк, тип әҙерләмәһен, бындағы мөхиткә күнегеп китеү еңел булманы. Һәр ыңғырашҡан, һәр зарланған ҡарт йә ҡарсыҡтың янына атлығып торҙо. Был уның вазифаһына инмәй - инмәүен, әммә бер медсестра, бер терапевт ҡына (уныһы ла ярты ставкала ғына) булған был больницаларҙа ятҡандарҙағынан да ауырыраҡ хәлдәге кешеләр ғүмер иткән йортта битараф ҡалып булмай. Төрлө характерлылары бар. Бәғзеләре сабыр, яҙмышына күнгән. Бәғзеләре мыжыҡ, ҡайһы берәүҙәр йәшлектәрендәге лидерлыҡ сифаттарын онота алмай, һәммә кеше менән етәкселек итергә, үҙенә айырым мөнәсәбәт булыуын талап итергә генә тора.

Ҡатын-ҡыҙҙарҙың күбеһе бер-береһен яратмай. Маҡтанышып, элек нисек йәшәгәндәре, бала-сағаһы менән маһыйып китеүселәр бар. Был да күршеләрендә ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Барсаһын да көйләргә, ыҙғышҡандарҙы яраштырырға, кәйефтәрен күтәрерлек саралар уйлап табырға тура килә.

Араларында телһеҙ берәү ҙә бар. Дөрөҫөрәге, ниҙер мығырлай ул, әммә телен аңларлыҡ түгел. Документтары ла юҡ, кем икәнен дә белмәйҙәр икән.

“Николай” тип йөрөтәләр. Шулай өндәшһәң, үҙе лә боролоп ҡарай. Бер бүлмәлә улар өсәү. Икәүһе ҡарт, һуғыш ветерандары. Был икәү өсөнсө күршеһен өнәп бөтмәй. “Алдаҡсы, авантюрист, - тиҙәр үҙе юҡта. - Беҙҙең кеүек һуғышта йөрөмәгән. Һуғыштан ҡайтҡас та тик ятманыҡ. Хөкөмәт эшендә бил бөктөк. Ә был, хөкөмәткә әллә ниндәй изгелек күрһәткән кешеләй булып, беҙҙең ыңғайға бында ята. Типкеләп сығарыусы булмағас ни... Беҙ бында хәләл пенсиябыҙҙы түләп йәшәйбеҙ. Ә ул... бушлай.”

Бер көндө Алсәскә Николайҙы коридорға ҡуйылған телевизор янында осратып иҫәнләште лә, ҡарттарҙың хәлен беләйем тип бүлмә ишеген асһа, былар икәүләшеп сәй эсеп ултыра.

- Әйҙүк, Алсәсәк ҡыҙым, сәй ҡойоп бирәйекме?

- Юҡ, рәхмәт. Әле генә, бик ҡыҫтағас, Ишһылыу апайҙың сәйен эсеп сыҡтым. Миңә оҡшайһығыҙ бөгөн. Кәйефтәрегеҙ яҡшы күренә.

- Кәйеф ярарлыҡ. Ҡарт гвардия бирешмәй ул. Әле генә Фәсхетдиндең улы киптерелгән һөт, йомшаҡ ҡына булкалар, сәй, бал килтереп китте, - тип ҡыуанысын белдерҙе ҡарттарҙың береһе. - Үткән аҙнала минең яман ауырыуҙан вафат булған берҙән-бер улымдың ҡатыны күстәнәстәрен тейәп килеп киткәйне.

- Һәйбәт булған, - тип шатлыҡ уртаҡлашты Алсәскә. - Былай туған-тыумасаһыҙ түгел икәнһегеҙ. Бергәләшеп йәшәрлек түгелдер, күрәһең...

- Фәсхетдиндең улы сәләмәтһеҙ. Килене вафат. Минең улым китеп барҙы, киленем сәләмәтһеҙ.

- Николай ағай сәй эсеп сығып киткәндер инде?.. - Тип һораны Алсәскә былар янынан сығып китер алдынан.

- Әйҙә, тимәнек. Етте! Үҙенә килеүсе, күстәнәс килтереүсе юҡ! Күп һыйланыҡ беҙ уны...

Алсәскә өндәшмәне. Кеше ҡартая килә һыҡмырлана тиҙәр ине, ысын икән. Бер сынаяҡ сәй, бер - ике балғалаҡ бал йәлме инде, юғиһә...

Николай һаман да телевизор ҡарап ултыра ине. Алсәскә лә телевизор ҡаршыһына барып ултырҙы. Николай уға боролоп ҡарап, баш бармағын күтәреп йылмайып ҡуйҙы. “Матурһың!” - тип маҡтай, йәнәһе лә. “Рәхмәт” Үҙегеҙ нисек һуң?” - тип һораны Алсәскә. Яуап шул уҡ - күтәрелгән баш бармаҡ.

Таҙа итеп ҡырынған, сәсенә сал йүгергән был сәйер кеше кем икән һуң шулай ҙа? Алсәскә уны эшкә урынлашҡаны бирле һөйләштерергә, әйтергә маташҡанын аңларға теләй. Килеп сыҡмай. Логопедтар курстарын да үҙләштерәһе булған. Әллә нимәгә ваҡыт тапмаған булды бит. Мәктәп эшендә ваҡыт - иң дефицит төшөнсә. Бигерәк тә ҡала мәктәбендә башҡорт телен уҡытҡан кеше өсөн. Балаларға телдең ҡәҙерен, мәртәбәһен һеңдереүҙән тыш, туған халҡыңдың ғәзиз үҙенсәлектәре, йола-ғәҙәттәре солғанышына ла әйҙәп индерергә тырышырға кәрәк.

Николай ағайҙың төҫөнә ҡарап ниндәй милләт кешеһе икәнен аңғарыу ҡыйын. Башҡортса һөйләшкәндәрен ишетһә лә ҡолаҡ һалып тыңлай. Мығырлап ҡуя. Йә әлеге лә баяғы баш бармағы менән мөнәсәбәт белдерә. Персонал “Телһеҙ булһа ла, түбәһе тишек бының”, - тигән һығымта яһай. Рус теленә лә битараф түгел. Әле бына телевизорҙан барған ваҡиғаларҙы диҡҡәт менән ҡарауына, тыңлауына ҡарағанда унда күрһәтелгәндәрҙе ул таный, яҡшы аңлай кеүек.

“Матур булғандыр был ағай,- тип уйлап ҡуйҙы Алсәскә. Йөҙөнөң һыҙаттары төҙөк, танау, күҙ, ирен пропорциялары камил. Яурынын кирә биреп, арҡаһын төҙ тота.”

Телевизорҙа барған ваҡиғаларға ҡарата мөнәсәбәтен белдергеһе килеп, күрәһең, ул ара-тирә ҡыҙ яғына боролоп ҡарай. Аҡсәсәкә, уйҙарына бирелеп, ундағы ваҡиғалар йөкмәткеһенә инеп китмәүен шәйләне һәм экранға текәлде. Нимә ҡыҙыҡтыра икән был сәйер кешене?

Унда, баҡһаң, Рәсәй империяһы, артабан СССР, аҙаҡ йәнә Рәсәй дәүләтенең диңгеҙ флоты тарихы хаҡында һөйләйҙәр икән. Ҡайһы бер бөгөнгә тиклем диңгеҙ киңлектәрен айҡаған йөк ташыусы, хәрби бурыс үтәүсе караптарҙы, тарихи ваҡиғаларҙа ҡатнашҡан ҡайһы берҙәренең схемаларын, йә булмаһа, фотоһүрәттәрен күрһәтә-күрһәтә һөйләйҙәр. Ағай бирелеп китеп ҡарай. Алсәскәгә боролоп ҡарап ала. “Күрәһеңме?”- йәнәһе.

Беләгендә якорь ҙа бар бит. Моряк ул, тимәк. Башҡортостандың Хәрби комиссариаты архивы уның кем икәнен тиҙ билдәләр ине лә, исемен белмәгәс, нисек мөрәжәғәт итәһең? Уны урындағы телевидение аша күрһәткәндәренә лә ни сама ваҡыт үтте. Бер генә хәбәр ҙә килгәне, был кешене таныйбыҙ, тигәндәре булманы әле.

Сәйер... Йәше артыҡ ҙур түгел. Туғандары, ғаиләһе, бала-сағаһы, уҙа китһә, таныш-белеше булырға тейеш бит.

Флот хаҡындағы телетапшырыу тамамланды, “Яңылыҡтар” башланды. Украинала барған хәл-ваҡиғалар өсөн был көндәрҙә борсолмаған кеше юҡтыр. Ябай халыҡ ҡырыла. Одессаның профсоюздар йортондағы фажиғә берәүҙе лә тыныс ҡалдырмағандыр. Ут төртөп, газ ебәреп күпме кешене һуҙып һалып ҡуйҙылар. Кемдәр бит әле?! Үҙҙәренекеләр! Хәйер, ҡайһы бер мәғлүмәт сығанаҡтарына ҡарағанда сит ил, Америка наемниктарының вакханалияһы тип тә әйтәләр. Ни саҡлы хәсрәт. Йәтимлек. Мәңгелек нәфрәт...

Николай “Яңылыҡтар”ҙы ла ҡарап ултырҙы. Шунан ҡапыл:

- Сибиряков!.. - тип ысҡындырҙы.

- Ә? Сибиряков? Ҡайҙа? Кем? Берәрһен танынығыҙмы әллә, Николай ағай?-

Алсәскә ағайҙың ап-асыҡ әйткән һүҙен йәнә ишетергә теләп, уны ныҡыны ла ныҡыны. “Яңылыҡтар” ҙа ундай фамилия яңғыраманы, буғай. Бер йыл тирәһе йүнле һүҙ әйтә алмаған кешенең телен аса биреп ҡуйғас, бик мөһим кешелер бит ул Сибиряков был кешенең яҙмышында.

- Кем ул Сибиряков? - Ағай ниҙер аңлатырға итә, тик юҡ шул, теле бәйле, көрмәләнә, һис ни аңғарырлыҡ түгел.

- Ашыҡмағыҙ, - тип йыуата уны Алсәскә. - Әйтер һүҙегеҙҙе ижекләп әйтеп ҡарағыҙ!

- 3217 тонна... Капитан Воронин...

- Капитан Воронин хеҙмәттәшегеҙме? Афғанмы, Чечнямы? - Ағай баш сайҡай. 3217 тонна һыйҙырышлы берәр йөк транспорты микән ни?

Алсәскә Николайҙың телен аса алманы. Алсаҡ, ихлас йөҙө уйсанланып киткән Николай Алсәскәнең һәр һорауына “Юҡ, юҡ...”- тип баш сайҡауҙан башҡа мәғлүмәт бирмәне.

“Ярар, - тигән ҡарарға килде Алсәскә. - Ниҙер иҫенә төштө бит инде. Уйланһын. Хәтирәләрен барлаһын. Кешенең мейһе бигерәк серле бит. Йыш ҡына әллә ҡайҙа, төптә йәшенеп ятҡан берәр хәтирәне уйламаған ерҙән килтереп сығарып, алдыңа баҫтыра. “ Алсәсәктең иғтибар иткәне бар. Сканвордты тағатҡанда теге йәки был һорауға яуапты таба алмайһың да ҡуяһың. Белгән кеүекһең, иҫкә төшмәй. Шунан, ҡайһылыр ваҡыт үткәс, сканворд хаҡында онотоп бүтән эш менән булашҡанда, баш мейеһе, компьютер кеүек, теге һүҙҙе килтереп сығара. Һин эҙләнеүеңде онотҡанһың, ә ул бирелгән заданиены үтәү юлдарын эҙләүен дауам итәме икән инде? Бүтәнсә быны нисек аңлатаһың? Уйланһын әле Николай, берәр аҙым булһа ла алға китеш булмай булмаҫ.

Эштән ҡайтып барғанда телефоны шылтырағанды ишетмәйерәк ҡалды. Шылтырау ҡабатланды.

- Алло!- Исмәғил икән.- Тәрбиә эшендә уңыштар бармы?

- Исмәғил! Һин Сибиряков тигән кешене белмәйһеңме?

- Сибиряков? Юҡ... Ә ул һиңә нимәгә кәрәк? Бәлки, Ғафаров фамилиялы кешенең ярҙамы тейер? Уйла, Алҫыу!

- Һинең инде... Һинең ярҙамың тейҙе бит инде. Эшләп йөрөйөм. Ҡайҙалыр ишеткән кеүекмен шул Сибиряков тигән фамилияны. Һинең дә белмәгән кешең бар икән.

- Бер Сибиряковты беләм мин.

- Белмәмеш була бит әле! Әйт!

- Себерҙең алтын ятҡылыҡтары промышленнигы Александр Сибиряков...

- Эйе шул...

- Һиңә уның ни хәжәте һуң?

- Хәҙер аңлашылды. Хәжәте юҡ. Х1Х быуат кешеһе...

- Ҡасан сәйгә саҡыраһың?

- Берәр... Әле ваҡыт юҡ...Яңы эш. Буталанам.

Исмәғил тағы ниҙер әйтергә иткәйне, Алсәскә уның менән хушлашып та ҡуйҙы.

Иртәгәһенә Алсәскә ҡарттар йорто директоры Зөмәрә Сабирйәновнаға инде. Төн сыҡҡансы башына бер уй килгәйне. Үҙ фекеренә үҙе лә ҡыуана ине Алсәскә. Тик директор нимә әйтер бит.

- Яңылыҡ бар, Зөмәрә Сабирйәновна! Теге телһеҙ ағай кисә телевизор ҡарап ултырғанда ап-асыҡ итеп өс һүҙ ысҡындырҙы: 3217 тонна, Сибиряков...Воронин...Артабан теле йәнә бәйләнде.Әйтә алмаһаң ҡағыҙға яҙ тип тә ҡараным. Ҡағыҙға текләп ултырҙы-ултырҙы ла яҙманы, кире бирҙе.

- Кем икәне асыҡланып алып китһәләр шәп булыр ине. Ҡарттарының мәшәҡәте лә баштан ашҡан.

- Минең бер таныш врач бар ул... Психотерапевт. Ҡайһы бер кешеләрҙе гипноз менән дауалай. Шуға күрһәтеп ҡараһаҡ?..

- Әлләсе... Уйлашырбыҙ. Бында бүтән мәшәҡәт сығып тора әле. Өсөнсө бүлмәләге Ишһылыу апайҙы беләһең бит...

- Эйе, гел нимәлер бәйләп ултыра...

- Шул. Ойоҡбаш, шарф, бейәләйҙәр бәйләй. Заказ бирһәләр, мамыҡ шәлен дә ҡойоп ҡуя. Аҡсалы. Магазиндан ҡайһы бер нәмәләр алдырырға хәленән килә. Дөм йәтим. Үлгән ҡустыһының балаларын ҡарап үҫтергән. Аяҡҡа тыумыштан зәғиф. Пенсияһы булған. Аҙаҡ, малайҙарҙың береһе үҫеп еткәс тә эшләмәй, һаман бының пенсияһына өңшәңләй башлағас, апай үҙ теләге менән бында килеп урынлашты. Ауыл халҡы ҡарай ине, үҙемдеке үҙемә етә ине, анау малайҙың ялҡаулығынан, эскелегенән йонсоном, ти ул. Шул апайҙы алтынсы бүлмәлә йәшәгән Фәсхетдин ҡарт һората.

- Китегеҙ әле! Уға нимә ҡалған?

- Нимә ҡалһын? Апайҙан сәй-шәкәр алдырып, һауыт-һабаһын йыуҙырып, әҙер сәй эсеп йәшәгеһе килә.

- Ә Ишһылыу апай?..

- Йәлләй. Кеше ҡарап өйрәнгән бит инде... Шул икәү никах өсөн мулла, икеһенә бер бүлмә таптыралар. Муллаһы килер. Ә бүлмәне нисек табырға?

- Эйе шул...

Аҙна никахҡа инеүсе икәүҙең мәшәҡәттәре менән үтте. Ике кешелек бүлмә бушатыу әбейҙәр бунтына еткерә яҙҙы. Сыр-сыу килештеләр. Алсәскәгә нимәләрҙер һөйләп, Ишһылыу апайҙы ла, Фәсхетдин ҡартты ла төрлөсә яманланылар. Көнләшеүҙәре лә шул ине булһа кәрәк. Эй был ҡартлыҡ. Өлкән, сирле кешенең күбеһе, Исмәғил әйтмешләй, бала сүрәтенә инеп бөтә шул. Кемеһенә кәнфит тоттороп, кемеһенең йәшлеге хаҡындағы иҫтәлектәрен тыңлап, көйләп-сөйләп йөрөргә тура килә. “Ошолар көнөнә ҡалырға яҙмаһын, -тип йыш уйланды Алсәскә. - Тормошҡа сығып, ғаиләле, бала-сағалы булырға кәрәктер, күрәһең...” Йәтеш кенә егете лә юҡ. Бынау мөхиттә йәшәп, кем менән таныша алаһың инде. Уға тиклем мәктәптә эшләне, унда ла егет-фәлән осратырмын тимә.

Николай онотолоп торҙо. Никах уҡытыу, тотош коллектив менән байрамса йома сәйе эсеүҙәр тамамланып, һәммәһе лә үҙ урынына ултырғас, Алсәскә теге кем икәнен белмәгән ағай хаҡында йәнә уйлана башланы. Ниһайәт, уны психотерапевтҡа күрһәтер өсөн директорҙы күндерҙе.

- Хаҡ һорамаймы? Һорамаһа күрһәтеп ҡара.

Исмәғил оҙаҡ инәлтмәне.

- Нимә, ваҡыт менән бәхәскә инәбеҙме? Була ул. Ваҡыт һыу, атмосфера баҫымынан нығыраҡ ҡапма-ҡаршылыҡҡа эйә матдә ул, ләкин уны йүгәнләп була.

”Йүгәнләнең ти ваҡытты, - тип уйланы Алсәскә эсенән генә. - Ана, таң ата ла кис була... Матдә була тиме ни ул. Юҡты...”

... Исмәғилдең эш бүлмәһен күргәне юҡ ине Алсәскәнең. Серле. Шомломо, мөғжизәлеме тынлыҡтан шым ғына күңелде йылытырлыҡ музыка ағыла. Музыканың моңо шундай тәбиғи, гүйә ул үҙенән-үҙе асман түренән яуған кеүек.

Исмәғил йомшаҡ, ышандырғыс һәм йәлеп итерлек тауыш менән Николайға нимә эшләйәсәген, был сеанс аша нимә асыҡларға теләүен аңлатты. Тегеһе, риза булып, баш ҡаҡты. Сеанс башланды. Алсәскә, шөрләй биреп, тәпәш йомшаҡ кресло эсенә инеп сумғандай булды. Исмәғилдең баяғы йомшаҡ тауышы елгә остомо ни...
Читайте нас: