Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
7 Сентябрь 2020, 10:46

Ул биш көн элек юғалғайны...

/

31 августа Нуриман районында 63 йәшлек Валерий Мосунов юғалды тип хәбәр иткәйнеләр. Ирекмәндәр өлкән йәштәге кешене эҙләргә тотондо.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кисә күңелһеҙ яңылыҡ билдәле булды. Ир табылған, әммә үле килеш. Уның кәүҙәһен ирекмәндәр тапҡан.
“Ҡотҡарыусылар һәм хоҡуҡ һаҡсылары менән бергә эҙләү алып барған саҡта ирекмәндәр Валерий Мосуновтың кәүҙәһен тапты. Уның туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Эҙләү туҡтатылды”, – тип яҙҙы “Балаларҙы эҙләү – Башҡортостан” ойошмаһы социаль селтәрҙә.
Валерийҙың кәүҙәһе Нуриман районында табылған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ирҙең үлемендә енәйәт эҙҙәре юҡ. Шулай ҙа экспертиза үткәреләсәк.
Фото: "Бәйләнештә".
Автор: Альфия Мингалиева.
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Ul-bish-k-n-elek-yu-al-ayni-442212/
Читайте нас: