Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
7 Сентябрь 2020, 17:11

"АУЫЛЫМ ҺАҠЛАЙ - СИБАЙ КАНТОН РУХЫН"

.

Иҫке Сибай ауылында "Ауылым һаҡлай - Сибай кантон рухын" тип аталған экскурсия үтте. Унда бәләкәс балаларҙан алып өлкәндәргә тиклем барыһы ла ҡатнашты. Сара шуныһы менән үҙенсәлекле булды – ҡатнашыусыларҙың барыһы ла велосипедттарҙа килде.

Халыҡ дружиннигы Ильнур Вагапов алда машинаһы менән юл күрһәтеп барҙы. Колонна башына иһә Эльвира Танһыҡҡужина баҫты. Беҙҙе медицина хеҙмәткәре лә оҙатып барҙы.

Шундай әҙерлек менәнбөтәбеҙ ҙә велосипедтарҙа үтеп, урамдарҙың атамаһы, уның тарихын менән таныштыҡ. Ә инде Шайморатов урамынан “Шайморатов генерал” йырын йырлап уҙҙыҡ. Салауат Юлаев һәйкәле янында танылған йырсы, сәнғәт мәктәбе директоры Айнур Туҡтаев милли геройыбыҙтураһындамәғлүмәт бирҙе. Артабан беҙҙе “Сулпылар” балалар баҡсаһы коллективыйыр-моң менән ҡаршы алды. Экскурсияла ҡатанышыусыларға “Фәтиха” мәсете менән танышыу ҙа бик фәһемле булды. Имам-хатип Рәсүл Мәмбәтназаров беҙгә изге китап – Ҡөрьәнгә таянып, ислам ҡануниәттәре менән таныштырҙы, хәҙистәр һөйләне. Ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары мәҙәниәт йорто алдында балалар өсөн төрлө ярыштар ойошторҙо.

Экскурсияла иң өлкән ҡатнашыусы Сабирйән Байназаров булһа, иң бәләкәстәренә биш йәшлек Ләйлә менән Ибраһим булды. Сарала ҡатнашыусыларҙың барыһына ла тәмле приздар тапшырылды.

Яҡын арала велосипедтарҙа марафон ойошторорға, тигән ҡарарға килеп таралыштыҡ.

Сибай Утарбаев,

Сибай ауыл биләмәһе башлығы.

Читайте нас: