“Газпром газораспределение Уфа” йәмғиәтенең Сибай филиалы Хәйбулла комплекслы хеҙмәтендә лә үҙ эшенә яуаплы ҡараған тәжрибәле хеҙмәткәрҙәр эшләй. Шундайҙарҙың береһе – газ ҡорамалдарын эксплуатациялау һәм ремонтлау буйынса слесарь Айҙар Әхмәтов. Ул был тармаҡта 2000 йылдан эшләй.
Мәмбәт ауылында йорттарҙағы газ ҡорамалдарын техник хеҙмәтләндерәм. Һәр йортта йылына бер тапҡыр тикшереү үткәрәм. График буйынса бөтә өйҙәрҙе ҡарап сығам. Әлеге мәлдә ауылда эксплуатациялау ваҡыты үткән газ ҡаҙанлыҡтары һәм плиталарҙы алмаштыртыу менән шөғөлләнәбеҙ. Был эш әле 99 процентҡа үтәлде. Сөнки уларҙы файҙаланыу ваҡыты 14 йыл. Тағы ла 10 йылға бер тапҡыр газ счетчиктарын да алмаштырыу мөһим. Шулай уҡ үҙебеҙҙәге газ көйләүсе шкаф пунктын да контролдә тотам. Ҡайһы саҡта яҡын-тирә ауылдарға ла ярҙамға барам. Ауылда оло йәштәгеләр күп, уларға йылытыу миҙгеле башланғанда заманса газ ҡаҙанлыҡтарын эшләтеп, төтөн сығарыу юлдарын рәтләп ебәрергә ярҙам итәм. Кемдәр мөрәжәғәт итә, уларҙың һәммәһендә лә газ ҡорамалдарын тикшерәм, йүнәтәм, тартыу көсө бармы-юҡлығын ҡарайым. Үҙебеҙ ай һайын инструктаж, йыл һайын аттестация үтеп, имтихан тапшырабыҙ. Коллективта үҙ һөнәрен яҡшы белгән тәжрибәле хеҙмәткәрҙәр эшләй. Етәкселек тә яҡшы, һәр башланғысыбыҙҙы хуплап ярҙам итә. Форсаттан файҙаланып, бөтә коллективты һөнәри байрамыбыҙ менән ҡотлайым һәм ғаилә именлеге, һаулыҡ, аварияһыҙ эш көндәре теләйем, -- тине Айҙар Зиннур улы.
Айҙар Әхмәтов үҙ эшенә яуаплы ҡараған өлгөлө хеҙмәткәр генә түгел, ғаиләһендә ҡатыны Рима Хәмитйән ҡыҙына хәстәрлекле тормош иптәше, улы һәм ҡыҙҙарына ярҙамсыл атай, ейән-ейәнсәрҙәренә яратҡан ҡартатай ул. Әхмәтовтар күпләп мал-тыуар аҫрап, ҡош-ҡорт тотоп, мул итеп баҡса үҫтереп, гөрләтеп донъя көтәләр.
Айҙар Зиннур улы тәжрибәле, үҙ эшенә яуаплы ҡараған, абруйлы хеҙмәткәр. Коллективта уны барыһы ла ихтирам итә. Бөтә бирелгән эштәрҙе үҙ ваҡытында һәм сифатлы башҡара. Әйткәндәй, уның ҡыҙы Нурзиә лә газ тармағында контролер булып эшләй. Уның тураһында үҙе хеҙмәтләндергән ауыл халҡынан да тик йылы һүҙҙәр ишетәбеҙ. Халыҡ менән уртаҡ тел таба белә. Айҙар Зиннур улын башҡа слесарҙарға һәр ваҡыт өлгө итеп ҡуям. Уның кеүек хеҙмәткәрҙәр күберәк булһын ине, -- тине Хәйбулла комплекслы газ хеҙмәте начальнигы Таһир Килдебаев. Эйе, газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө көс, түҙемлек һәм юғары оҫталыҡ талап иткән хеҙмәткәрҙәр байрамы. Һеҙҙең оҫталығығыҙҙан ойошмаларҙың һәм предприятиеларҙың уңышлы эшмәкәрлеге, граждандар именлеге тора. Кәрәкле һәм үтә яуаплы эшегеҙҙә уңыштар теләп ҡалабыҙ.