Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
4 Сентябрь 2020, 11:09

Енәйәтсенең еҫе һаҡланған...

/

Шулай ҙа була икән. Өфөлә 45 йәшлек ҡатынды үлтергән енәйәтсене 14 йыл үткәндән һуң тотҡандар.
Енәйәт 2006 йылдың ғинуарында ҡылынған, тип хәбәр итә Башҡортостан прокуратураһы. Өфөнән 36 йәшлек ир 45 йәшлек ҡатын менән осрашып, эске табыны ҡоралар. Ыҙғышып китеп, ир ҡатынға бысаҡ менән ташлана. Ҡаза күреүсе ныҡ йәрәхәтләнеп, һәләк була. Ир ғәйебен танымай, ҡорбаны менән таныш түгеллеген иҫбатлап маташа.
Енәйәтте бары былтыр ғына ныҡлап асыҡлайҙар, ольфактор экспертизаһы ярҙам итә. Һәләк булған ҡатындың пальтоһында енәйәтсенең еҫе һаҡланған була. Шулай уҡ ҡатындың ире лә дәлилдәр килтерә. Суд кеше үлтереүсене ете йыл ярымға иркенән мәхрүм итте. Хөкөм ҡарары үҙ көсөнә инмәгән әле, тип хәбәр итә “Башинформ”.
Фото: zurnalist.io.ua
Автор:Дина Арсланова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/En-y-tsene-e-e-a-lan-an-439526/
Читайте нас: