Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
4 Сентябрь 2020, 16:17

“Атай-әсәйем бәхетле, тип уйлаһын улым…”

-

“Ошо йәшеңә етеп, бер әхирәтең дә юҡ бит һинең, әсәй! Мине көтөп ултырғансы, шулар менән һөйләшер, саҡырышып сәй эсер инең. Ана, Илһам менән Зәбирҙең әсәләре кеүек: улар, бер ҡараһаң, концертта йә театрҙа, икенсе юлы ҡунаҡҡа саҡырышалар. Ә һин мине ҡарауыллап тик ултыраһың...”

Ҙурайып та киттеме ни шулай бала, ҡасан ғына әле бөтә хәбәрен һорамайынса ла теҙеп һөйләй ине, хәҙер минән ҡотолорға уйлай, тип улымдың һүҙҙәренә эстән генә үпкәләп ҡуйҙым. Шул уҡ ваҡытта киҫә әйтелгән хәбәре күңелемде һәр саҡ һулҡылдатып торған хәтирәләрҙе яңыртты.

...Бар ине минең дә иң-иң яҡын әхирәтем. Иҫ белгәндән бергә булдыҡ, йә уларҙа, йә беҙҙә уйна­ныҡ, арып бер урында йоҡлап та киткеләй инек. Мәктәптә бер партала ун йыл бергә ултырҙыҡ. Беҙҙе айырып ҡарай ине уҡытыусылар, тик иртәгәһенә йәнә бер партаға күсеп ултыра инек. Йөрөгәндә лә етәкләшеп йә ҡултыҡлашып ала торғайныҡ, беҙгә “тоташ һауыттар” тип исем дә таҡтылар инде бәләкәй саҡта. Үҫә төшкәс, туғандарыбыҙға ла һөйләмәгән серҙәребеҙ менән уртаҡлаштыҡ, ниндәй хәл килеп тыуһа ла, уны бүтәндәргә әйтмәҫкә анттар бирештек.

Мәктәптән һуң бер үк юғары уҡыу йортона уҡырға индек, унда ла беҙҙең дуҫлыҡ бүтәндәр көнлә­шер­лек ине. Артыбыҙҙан егеттәр йүгергәндә лә айырылманыҡ, дүртәү­ләп йөрөгәнебеҙ хәтеремдә. Уҡып бөткәс, үҙебеҙҙең ауыл егет­тәрен һайлап, бер үк ваҡытта ке­йәүгә сығып, гөрләтеп туйҙар үткәр­ҙек, күрше генә итеп өйҙәр һалдыҡ, ауыл тормошонда, концерттарҙа бергә ҡайнаныҡ. Хәҙер инде ғаиләләр менән дуҫ инек. Бер эште лә, бер ҡунаҡты ла улар – беҙһеҙ, ә беҙ уларһыҙ үткәрмәгәнбеҙҙер.

Шулай күңелле генә йәшәп ятҡанда, әхирәтемдең ғаиләһенә ауыр ҡайғы килде: урманға ағас йығырға барғанда ирен ағас баҫып үлтерҙе. Дуҫымдың ҡайғыһы үҙебеҙҙеке кеүек булды, хәлдән килгәнсә ярҙам иттек, уны яңғыҙ бер сәғәткә лә ҡалдырманыҡ, бигерәк тә ирем, ике өй араһында йүгереп йөрөп, ике донъяны ҡараны. Ул мәлдә беҙҙең улыбыҙ, күршебеҙҙең ҡыҙҙары тыуғайны.

Ләкин һис уйламағанда беҙҙең дуҫлыҡты яҙмыш икенсе яҡтан килтереп һынаны. Бер көндө иремде “мәңге дуҫ булырбыҙ” тигән әхирә­темдең ҡосағында күрҙем. Күрҙем дә шаҡ ҡаттым, үҙ күҙҙәремә ышанмай, аңым менән ҡабул итә алмай торҙом. Башыма барып еткәс, ниндәйҙер көслө йылы тулҡын башыма бәргәндәй булды... Ҡалғаны төш кеүек кенә хәтеремдә ҡалған. Һушыма килгәндә, иремдең ағарынған йөҙө өҫтөмә эйелгән, мин күҙҙәрҙе асҡас, тубыҡланып ғәфү үтенә, яңылыштым, тип бер үк һүҙҙәрҙе ҡабатлай ине...

Иң яҡын кешеләремдең хыянаты иҫемә төшөп, йөрәгем яңынан һыҙҙы, йөрәк һулҡылданы. Бер аҙҙан күңелде эс бошорғос бушлыҡ солғап алды, донъя төҫһөҙләнде.

Депрессиянан оҙаҡ сыҡтым. Күп уйланғандан һуң иремде ғәфү иттем, ә әхирәтемде – юҡ. Билдәле, беҙ ауылда ҡала алмай инек, бер айҙан йәһәтләп ҡалаға күсеп киттек. Шул ваҡыттан алып миндә кешеләргә ышанмау барлыҡҡа килде, күңел һандығына ҙур йоҙаҡ элен­де, яҡынайырға, эс-серҙә­ремде белешергә теләгәндәргә һаҡлыҡ менән ҡарай башланым.

Ошоғаса береһенә лә асылманым, был серемде лә тәүгә түгеп ултырыуым. Донъялағы иң ышаныслы тип уйлап йөрөгән ике кешемдең хыянаты тураһында бер кеше лә белмәне, әллә ҡасанғы әхирәтем серҙәрҙе һаҡлауға тоғро булған, күрәһең.

Атаһы менән ғорурланып, уға оҡшарға тырышып үҫеп килгән улыма ошолар тураһында һөйләп, яратҡан кешеһенең абруйын төшө­рәйемме ни? Ирем шул хәлдән аҙаҡ миңә тағы ла иғтибарлыраҡ, ихтирамлыраҡ булып китте, ситкә йөрөгәне тойолманы. Мин дә ул ваҡиғаны уның иҫенә төшөргәнем, ғәйепләгәнем булманы. Ситтән ҡарағанда бик бәхетле ғаилә кеүек күренәбеҙҙер, моғайын. Әйҙә, улым да шулай уйлаһын, өлкәндәрҙең хатаһы тураһында ишетеп, күңеле ҡырылмаһын...

(Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәгән ҡатындан яҙып алынды).
Автор: Әҡлимә ҒИЗӘТУЛЛИНА яҙып алды.
Читайте нас: