Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
3 Сентябрь 2020, 16:06

Бәләкәс балаһы мәктәпкә лә бармаған...

/

Нижневартовск ҡалаһынан күңелһеҙ хәбәр килде: унда 39 йәшлек яҡташыбыҙ Ильмира Ш. баш мейеһе инфекцияһынан вафат булған.
Был хаҡта “Комсомольская правда” порталы хәбәр итә.
Өс бала әсәһе 30 августа яҡты донъя менән хушлашҡан, уны Нижневартовск ҡалаһында ерләгәндәр. Быны аңларға мөмкин: яҡташыбыҙ был ҡалала күптән төпләнгән, яҡындары ла шунда.
Асыҡланыуынса, ҡатын былтыр декабрҙә сирләй башлаған. Тәүҙә баш ауыртыуына зарланған. Уны невролог һәм терапевт дауалаған. Тик хәле насарайғандан-насарая барғас, операция эшләргә ҡарар иткәндәр. Тик ҡәһәрле инфекция баш мейеһендә тарала башлаған һәм йәш ҡатын инвалид коляскаһына ултырған.
Магнит резонанс томографияһы ҡатындың организмында менингоэнцефалит билдәләрен асыҡлаған.
Илмира Ш. Мәскәүҙә һәм Ханты-Мансийск ҡалаларында оҙайлы дауаланһа ла, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сир көслөрәк булып сыҡҡан.
39 йәшлек ҡатындың өс бәләкәс балаһы әсәйһеҙ ҡалғаны мәғлүм. Бәләкәсе мәктәпкә лә бармаған әле...
Ильмираны белгән кешеләр уны алсаҡ, ихлас, кешелекле итеп хәтергә ала. Әүҙем дә булған: ҡалала заказ буйынса тәмлекәстәр бешергән, торттар, пирожныйҙар эшләү оҫтаһы булған. Мәктәп тормошонда ла әүҙем ҡатнашҡан, ҡала сараларында ла алдынғылыҡты бирмәгән.
Ильмира Ш.-ның яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, сабырлыҡ теләйбеҙ.
Фото: ufa.kp.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева.
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/B-l-k-s-bala-i-m-kt-pk-l-barma-an-437953/
Читайте нас: