Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
2 Сентябрь 2020, 16:49

Ялан батырҙары ял белмәй

Әле ауыл эшсәне өсөн әлеге мәлдә ҡыҙыу осор бара. Яҙын сәскәнде, йәй буйына тәрбиәләп үҫтергәнде йыйып алып, ҡышҡылыҡҡа һаҡларға һалып ҡуйырға кәрәк. Бөгөн баҫыуҙарҙа игенселәр ашлыҡтың бөртөгөн дә әрәм итмәйенсә, урып йыйыу эштәрен тиҙерәк тамамларға ашыға.

Әле ауыл эшсәне өсөн әлеге мәлдә ҡыҙыу осор бара. Яҙын сәскәнде, йәй буйына тәрбиәләп үҫтергәнде йыйып алып, ҡышҡылыҡҡа һаҡларға һалып ҡуйырға кәрәк. Бөгөн баҫыуҙарҙа игенселәр ашлыҡтың бөртөгөн дә әрәм итмәйенсә, урып йыйыу эштәрен тиҙерәк тамамларға ашыға.
Бергә сәстек бит, уңышын да бергәләшеп йыйып алайыҡ тип, йома көндө Ивановкаға “Борис Абдуллин” крәҫтиән-фермер хужалығына юл тоттоҡ. Бергәләшеп тигән һүҙҙә һис арттырыу юҡ. Ысынлап та, беҙ улар менән һәр ваҡыт бергә: сәскәндә лә, урғанда ла эштәре менән ҡыҙыҡһынып торабыҙ, улар тураһында яҙабыҙ.
Хужалыҡ етәксе Борис Хәмитйән улы менән 500 гектарҙа сәселгән йомшаҡ сортлы бойҙай баҫыуында күрештек. Сал диңгеҙҙе хәтерләткән баҫыу түрендә ике яңы комбайн ашлыҡ ура ине. Быйыл бында уңыш ярайһы уҡ күренә.
— Арпаны һуғып бөттөк. Комбайндар бөгөн йомшаҡ сортлы бойҙай баҫыуында. Былтырғы йыл менән сағыштырғанда, быйылғы уңыш яҡшыраҡ. Тик аҙаҡҡы ямғырҙар яҡшыға булманы. Әммә ләкин уға ҡарап тормай, беҙ кәйефтәрҙе төшөрмәй, артабан да тырышып эшләйбеҙ,-ти ул.
Хужалыҡта сәсеүлек майҙаны 2440 гектар тәшкил итә. Унда йомшаҡ һәм ҡаты сортлы бойҙай, етен, арпа, һоло сәселгән.
Баҫыуҙа ике “Вектор” һәм бер “Нова” комбайндарында Фирғәт Мостафин, Фәнил Фазлыев һәм Алексей Овченниковтар үҙ-ара сәмләнеп, ярышып эшләй, шул уҡ ваҡытта берәйһенең техникаһы сафтан сығһа, шунда уҡ бергәләшеп йүнәтеп, көйгә һалып, тағы кемуҙарҙан яҫмаларҙы йыйырға тотона. Комбайнсыларҙың йөҙҙәрендә ҡәнәғәтлек һиҙелә. Кәйефтәре шәп. Шулай булмай, яңы техникала эшләүе уңайлы ла эҫе лә түгел.
Һуғылған уңышты ырҙын табағына КамАз машинаһында водителдәр Хәким Сәғитов һәм Илнур Хәсәновтар ташый.
- Бойҙайҙан уртаса уңыш гектарынан-14, ә арпаныҡы 12 центнер. Бер үк ваҡытта икенсе баҫыуҙа һоло урып йыйыла. Үҫтерелгәнде йыйып алыу — үҙе ҙур ҡыуаныс. Уңыш шәп булһа, тағы ла яҡшыраҡ. Шуға йылдың ниндәй килеүенә ҡарамаҫтан, баҫыуҙарҙың мул уңыш менән һөйөндөрөүенә ышаныс менән киләһе уңыш хаҡына ла бар тырышлыҡты һалабыҙ, — тине хужалыҡ башлығы Борис Абдуллин.
Читайте нас: