Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
2 Сентябрь 2020, 16:39

Ваҡытында төҙөлмәгән йорттар ҡасан сафҡа инер?

.

Ошо көндәрҙә Башҡортостан Хөкүмәтендә ваҡытында сафҡа индерелмәгән йорттар төҙөлөшөн тамамлау мәсьәләләре буйынса эш кәңәшмәһе булды. Кәңәшмә беренсе вице-премьер Андрей Назаров рәйеслегендә өлөшсөләрҙең инициативалы төркөмө вәкилдәре ҡатнашлығында үтте.
Унда Өфөләге “Муйылҡайҙар”, “Башҡортостан сәскәләре” торлаҡ комплекстарындағы, “Урал” биҫтәһендәге, 533-сө кварталдағы, Әхмәтов урамындағы, шулай уҡ Иглин ауылындағы йорттарға бәйле мәсьәләләр ҡаралды. Был объекттарҙы “Стройиндустрия” йәмғиәте төҙөй. “Муйылҡайҙар” комплексындағы төҙөлөштө ул Һаҡлыҡ банкында кредит линияһы асыу шарты менән аҙағына еткерәсәк. Башҡа объекттарҙы сафҡа индереү йәһәтенән беренсе вице-премьер тейешле күрһәтмә бирҙе.
Фото: pravitelstvorb.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: