Билдəле актер Михаил Ефремов руль артына иҫерек килеш ултырып, бер кешенең үлемендə ғəйепле булғайны. Əлеге ваҡытта
был хəл Мəскəү судтарының береһендə ҡарала.
“Известия” гəзите яҙыуынса, элек судья булып эшлəгəн Александр Меликовтың һүҙҙəре буйынса, актерҙы биш йылға төрмəгə
ултыртыуҙары ихтимал. Əгəр ҙə инде ул үҙен яҡшы тотһа, йыл ярымдан сығарасаҡтар, ти хөкөмсө.
Язаның икенсе сценарийы ла бар: Ефремовты төрмəгə түгел, ə колония-поселениеға ебəреүҙəре лə ихтимал. Бындай ҡарарға,
судьяның һүҙҙəре буйынса, ғəҙəттə ыңғай характеристика һəм билдəле кешелəрҙең яҡлап сығыш яһауы тəьҫир итə.