Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
1 Сентябрь 2020, 18:29

РАДИЙ ХӘБИРОВ ЮҒАРЫ ӘҘЕРЛЕК ТӘРТИБЕ ТУРАҺЫНДА УКАЗҒА ҮҘГӘРЕШТӘР ИНДЕРҘЕ

.

Эльвира Хамзина

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров юғары әҙерлек тәртибе тураһында Указға үҙгәрештәр индерҙе. Документ хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.
Хәҙер социаль учреждениелағы кешеләр өсөн изоляция режимы 15 сентябргә тиклем һаҡлана.
1 сентябрҙән балалар өсөн уйын бүлмәләре, балалар өсөн күңел асыу үҙәктәре, түңәрәктәр һәм секциялар, шул иҫәптән сауҙа-күңел асыу үҙәктәрендә һәм мәҙәниәт йорттарында (һарайҙарында) урынлашҡандар үҙ эшен башлай. Санитар-эпидемиологик талаптарҙы теүәл үтәү мотлаҡ.
Шулай уҡ 1 сентябрҙән кинотеатрҙар, мунсалар һәм сауналар (шул иҫәптән фитнес үҙәктәрендә урынлашҡандар), сауҙа үҙәктәрендәге фудкорттар асыла.
15 сентябрҙән театр-концерт берләшмәләре, мәҙәниәт йорттары (һарайҙары) эшләй башлай.
Башинформ.
Читайте нас: