Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
1 Сентябрь 2020, 18:41

БАЛЛЫ ҺЫУ ФАЙҘАЛЫ

/

Бер сәй ҡалағы балды бер стакан һыуға болғағыҙ һәм уны эсегеҙ. Тик балды ҡайнаған һыуға һала күрмәгеҙ.
Баллы һыу аш эшкәртеү эшмәкәрлеген көйләй, иммунитетты күтәрә. Хроник тымау, бронхит бөтә, организм таҙара, эсәктәрҙең микрофлораһы яҡшыра, дисбактериоз булмаҫ. Энурезды дауалай.
Профилактика өсөн баллы һыуҙы иртәнсәк ас ҡарынға эсергә кәңәш итәләр. Тик өҙөп, яйлап эсмәгеҙ, ә бер тынала эсегеҙ.
Табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ! Сөнки кемгәлер оҡшамауы ихтимал, айырыуса аллергияғыҙ булһа, был алымды ҡулланмағыҙ.
Резеда Валиева.
Читайте нас в