Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
1 Сентябрь 2020, 16:23

АҘАШЫУСЫЛАР МИҘГЕЛЕ: 64 ЙӘШЛЕК ҠАТЫН УРМАНДА ТӨН ҮТКӘРГӘН

/

Билдәле, август, сентябрь айҙары бәшмәк йыйыу өсөн иң ҡыҙыу мәл. Йыш ҡына урманға сығыусылар иң ябай хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәй һәм үҙаллы кире әйләнеп ҡайта алмай, эҙләүгә ҡотҡарыусыларҙы йәлеп итергә тура килә.
Үткән аҙнала ғына урманда һигеҙ кеше аҙашҡан. Бәхеткә күрә,бөтәһе лә иҫән-һау табылған.
Мәҫәлән, Белорет районының Үрге Әүжән ауылында ғаилә урманға бәшмәк йыйырға барған. Бер нисә сәғәттән һуң урман юлында осрашырға һөйләшкәндәр. Әммә ғаилә ағзаларының береһе – 64 йәшлек ҡатын ваҡытында һөйләшкән урынға килмәгән. Уны эҙләүгә БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының авария-ҡотҡарыу хеҙмәте ҡотҡарыусылары, туғандары һәм урындағы халыҡ сыҡҡан. Ҡатынды иртәгәһе көндә генә таба алғандар. Ул ныҡ өшөгән һәм ҡурҡҡан булған.
Юлай Мурзабаев.
Читайте нас: