Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы буйлап эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәктә үтә еңел авиация һәм парашют спортын үҫтереү буйынса күсмә кәңәшмә үткәрҙе. Ул “Роторфлай” етештереү-һынау комплексы базаһында ойошторолдо. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл июлдә Һауа-десант ғәскәрҙәре ветерандары менән осрашҡан саҡта Радий Хәбиров был йүнәлеште үҫтереү тәҡдимен хуплағайны.
Кәңәшмә башланыр алдынан республика етәксеһе “Ротор” тәжрибә-конструктор бюроһы коллективы эшләп сығарған осоусы аппараттар өлгөләре менән танышты. Был үтә еңел R34 вертолеты һәм R20M самолеты.
Проекттың башында тороусы, бюроның учредителе Виктор Хрибков хәбәр итеүенсә, осоусы аппараттарҙы йыйыу буйынса етештереү цехын төҙөү 2015 йылда “Утун” Ҡытай компанияһы менән берлектәге инвестиция проектына ярашлы башланған. 60 гектарлыҡ майҙанда йыйыу участкаһы, эш кабинеттары һәм уҡыу кластары, йылы һәм һалҡын ангарҙар, ашхана, ярҙамсы биналар урынлашҡан корпус төҙөгәндәр. Шулай уҡ уның янында оҙонлоғо 600 һәм киңлеге 20 метр булған осоу-ултырыу һыҙаты бар. Һалынған аҡсаның дөйөм күләме 190 миллион һум тәшкил иткән. Тик Ҡытай компанияһы эшмәкәрлеген туҡтатыу сәбәпле, инвестиция проекты тамамланмаған.
Кәңәшмә барышында “Ротор” тәжрибә-конструктор бюроһы етәксеһе Виктор Хрибков, предприятиеның 25 йыллыҡ эш дәүерендә 45 кешенән торған коллектив 20-нән ашыу осоусы аппараттар моделе эшләп сығарған, тине. Шулай уҡ авиаторҙар үҫмерҙәрҙе авиатехниканы булдырыу һәм идара итеү нигеҙҙәренә өйрәтә.
– Беҙҙең машиналарҙың үҙенсәлеге шунда: улар ябай һәм ышаныслы. Бөгөн күрһәтелгән моделдәрҙән тыш, беҙҙә электр вертолеты проекты ла бар. Килеп сыҡҡан хәлде уңышлы хәл иткән осраҡта, беҙ бер йыл эсендә осоусы экземпляр төҙөргә әҙербеҙ, – тине ул. – Рәсәйҙә бик күп фирмалар ошондай вертолеттар етештереү мөмкинлеген өйрәнә. Ә беҙ уларҙы төҙөй алабыҙ.
Башҡортостан Башлығы тәҡдим ителгән башланғыстарҙы хупланы, Хөкүмәткә предприятиеның мөлкәт һәм юридик мәсьәләләрен хәл итеү юлдарын ҡарарға ҡушты. Шулай уҡ Төбәк фонды ярҙамында уның артабанғы үҫеш юлдарын тикшерергә кәрәклеген әйтте.
– Миңә һеҙҙең идеяларығыҙ һәм ынтылышығыҙ оҡшай. Әгәр дөйөм эш башлаһаҡ, проект уңышлы булырға тейеш, - тине Радий Хәбиров. – Киләсәк тураһында әйтһәк, беҙ Өфө аэропорты тирәһендә үтә еңел авиация өлкәһендә индустрия паркы булдырыу мөмкинлеген ҡарайбыҙ. Ул һеҙҙең проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн яҡшы майҙансыҡ булыр ине.
Башҡортостандың парашют спорты федерацияһы рәйесе Ғәйрәт Манаев был йүнәлеште үҫтереү мөмкинлеге тураһында һөйләп, ярыштарҙа ҡатнашырға әҙерләнеү өсөн матди базаның үтә “йомшаҡ” булыуын билдәләне. Айырым алғанда, аэродром майҙансыҡтары һәм һауа акробатикаһы өсөн ҙур самолет кәрәк.
– Ил кимәлендә Башҡортостан парашют спорты йәһәтенән яҡшы урында. Республикала донъя чемпиондары ла бар. Бөгөн Октябрьский ҡалаһындағы аэроклуб нигеҙендә спортсылар күнекмә һикереүҙәре башҡара һәм ярыштарға әҙерләнә. Тик мөмкинлектәрҙе тормошҡа ашырыу өсөн булған шарттар ғына етмәй, - тине ул.
Радий Хәбиров Башҡортостанда парашют спортын үҫтереү концепцияһын әҙерләргә һәм бөтә ҡыҙыҡһынған яҡтар ҡатнашлығындағы махсус кәңәшмәлә барыһын да ныҡлап өйрәнергә тәҡдим итте.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.