Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
26 Август 2020, 10:48

Сепрәк сумкала - кеше һөйәктәре...

/

24 августа Стәрлетамаҡта йәшәгән пенсионер ҡатын баҡса кәртәһе буйында шикле сумка күрә. Ә унда - сепрәк сумкала - кеше башы һәм һөлдәнең башҡа һөйәктәре тултырылған була...
Ҡурҡыныс хәбәрҙе алыу менән полиция хеҙмәткәрҙәре килеп етә. Уларҙың яҡынса билдәләүенсә, был һөйәктәргә йыл самаһы.
Сумкала янбаш (таз) һәм күкрәк ситлеге һөйәктәре булмай. Был кешенең ни сәбәпле үлгәнен тикшереү, һөлдәнең ҡатын-ҡыҙҙыҡымы, ир кешенекеме икәнлеген асыҡлау маҡсатында һөйәктәрҙе суд-медицина экспертизаһына ебәргәндәр.
"Үлтереү" статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ваҡиға урынынан шулай уҡ салбар, ҡайыш, сумка үҙе лә экспертизаға ебәрелгән.
Фото: pxhere.com.
Автор: Аклима Гизатуллина.
Читайте нас: