Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
26 Август 2020, 11:41

Халыҡты ниндәй мәсьәләләр борсой?

.

Бөгөн Владимир Путиндың бойороғо буйынса Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров граждандарҙы ҡабул итте.
Эш барышында Игорь Комаров Пермь, Түбәнге Новгород һәм Пенза өлкәләрендә йәшәгән халыҡтың мөрәжәғәттәре менән танышты. Улар башлыса юлдарҙы һәм белем усаҡтарын төҙөкләндереү хаҡында ине.
Игорь Комаров халыҡты иғтибар менән тыңлағандан һуң, ошо осрашыуҙа ҡатнашҡан, федераль округта юғары урын биләгән вәкилдәргә мәсьәләләрҙе тиҙ арала хәл итергә ҡушты.
Әйткәндәй, быйыл бындай төр осрашыуҙар булдырылғанға ун йыл тулды.
Теүәл бер тиҫтә йыл элек Рәсәй Президенты бойороғо нигеҙендә граждандар менән өс баҫҡыслы аралашыу сараһы уйлап сығарыла: Мәскәүҙә, федераль округтарҙа һәм урындағы хакимиәттәрҙә төрлө һорауҙар буйынса халыҡты ҡабул итәләр.
Уларҙың маҡсаты - граждандарҙы яҡлау йәһәтенән эш барышын контролдә тотоу, урындағы етәксе органдарының был өлкәлә эшмәкәрлеген даими тикшереп тороу.
Фото: niasam.ru
Автор: Айгөл Ғәбитова
Читайте нас: