Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
26 Август 2020, 11:43

"Был проектты мотлаҡ тормошҡа ашырырға тейешбеҙ"

.

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Көйөргәҙе районында күсмә “Сәнәғәт сәғәте” кәңәшмәһе үткәрҙе. Унда республика иҡтисадында тәбиғи газды файҙаланыуҙы киңәйтеү мәсьәләләре ҡаралды. Кәңәшмә райондың Ҡансура-Муса комплексындағы ер аҫтында газ һаҡлау майҙансығында уҙҙы.
Кәңәшмәне асып, төбәк етәксеһе Башҡортостандың газ тармағы хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырҙы. Республика Башлығының Рәхмәт хатына “Газпром трансгаз Өфө” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте генераль директоры Шамил Шәрипов менән “Газпром ПХГ” йәмғиәте коллективы (генераль директоры - Игорь Сафонов) лайыҡ булды. “Башҡортостан Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн” ордены менән “Газпром нефтехим Салауат” йәмғиәтенең генераль директоры Айрат Кәримов наградланды.
– Газ тармағының ышаныслы үҫешен күреп торабыҙ, яҡшы һүҙҙәрҙән башҡаны өҫтәрлек тә түгел, – тине уларҙы тәбрикләп Радий Хәбиров.
Артабан “Газпром трансгаз Өфө” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Шамил Шәрипов республикала уңышлы эшләгән “Газпром Башҡортостанда” ассоциацияһы тураһында һөйләне. Ул компанияның 17 предприятиеһын берләштерә, уларҙа 30 мең кеше эшләй. Былтыр дөйөм һалым күләме 20 миллиард һум тәшкил иткән, ә инвестиция күләме 23 миллиард һумдан ашҡан.
Республикала газ транспорты системаһының ышаныслы эшләүен тәьмин итеү өсөн предприятие планға ярашлы төҙөкләндереү, капиталь ремонт һәм технологик процестарҙы автоматлаштырыу эшен даими алып бара. Бында Ҡансура-Муса комплексында урынлашҡан ер аҫтындағы газ һаҡлағысты яңыртыу ҙа инә. Генераль директор предприятиеның төҙөкләндереү буйынса башҡа проекттары тураһында ла ентекләп һөйләне.
Башҡортостан – Рәсәйҙә тәбиғи газды мотор яғыулығы сифатында файҙаланыу һәм газ заправкалау станцияларын үҫтереү буйынса алдынғы төбәктәрҙең береһе. Быйыл республикала 18-се ошондай станция файҙаланыуға тапшырылған.
Шамил Шәрипов “Газпром”дың Төбәк сәйәсәте комиссияһы сиктәрендәге уңышлы эшмәкәрлеген дә билдәләне, уның арҡаһында компания хәжәттәре өсөн республика етештереүселәре тауарҙарын ҡулланыу күләме артҡан. Был эште артабан да дауам итергә йыйыналар.
Радий Хәбиров та был башланғысты хупланы һәм Башҡортостан менән “Газпром” араһындағы хеҙмәттәшлек буйынса даими эшләп торған комиссия булдырырға тәҡдим итте. Бындай форматтағы эш “Башнефть” һәм “Ростех” менән хеҙмәттәшлек итеү дәүерендә үҙенең һөҙөмтәлелеген күрһәткән.
Шамил Шәрипов белдереүенсә, тәбиғи газ – Башҡортостандың энергетик балансы нигеҙе. Йыл һайын төбәк 15 миллиард куб метр газ тотона. Уның ҙур өлөшө йылы һәм электр энергетикаһында, сәнәғәттә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡта яғыулыҡ булараҡ файҙаланыла.
“Зәңгәр яғыулыҡ”ты файҙаланыуҙың һөҙөмтәле альтернативаларының береһе булып “Газпром нефтехим Салауат” предприятиеһы базаһында газды тәрән эшкәртеү буйынса кластер булдырыуҙың тороуы ихтимал. Был ҡиммәт булмаған сеймалдан юғары маржиналлы кәрәкле тауар алыу мөмкинлеге бирәсәк. Ул республика иҡтисадына ыңғай йоғонто яһаясаҡ.
Белгестәр планлаштырғанса, кластерҙың үҙәк звеноһы булып тәбиғи газды этилен һәм пропиленға эшкәртеү комплексы торасаҡ. Был ҙур инвестиция проектын тормошҡа ашырыу өсөн “Газпром нефтехим Салауат” техник-иҡтисади нигеҙ әҙерләй. Октябрҙә бөтә документтар ҙа “Газпром”ға тапшырыласаҡ, унда проектты артабан үҫтереү буйынса ҡарар ҡабул ителергә тейеш.
“Газпром нефтехим Салауат” йәмғиәтенең генераль директоры Айрат Кәримов белдереүенсә, комплексты урынлаштырыу өсөн иң уңайлы биләмә предприятие янында буласаҡ. Һәм ул уны “Алға” махсус иҡтисади биләмәһе составына индереү мөмкинлеген ҡарауҙы тәҡдим итте.
“Салауат” индустрия паркының инвестициялар буйынса директоры Алексей Балянов кластер сиктәрендә “Газпром нефтехим Салауат”тың сеймалы ағымдары нигеҙендә юғары технологиялы нефть химияһы етештереүе спектры булдырыу мөмкинлеге тураһында һөйләне. Был предприятиеларҙы “Алға” махсус иҡтисади биләмәһенә индереү кәрәк тигән фекер әйтелде.
Радий Хәбиров был мәсьәләне Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Илшат Тажетдиновҡа өйрәнергә ҡушты.
– Беҙҙең артабанғы үҫеш стратегияһына тәрән эшкәртеү өлкәһендәге предприятие булдырыу ҙур йоғонто яһаясаҡ. Был - бик мөһим проект, ул беҙҙең иҡтисадтың заманса йөҙөн билдәләй, – тине Радий Фәрит улы. – Республика киләсәктә конкуренцияға һәләтле төбәк булғыһы килһә, был йүнәлеште әүҙем үҫтерергә тейеш. Беҙҙә эшкәртеү өсөн етерлек кимәлдә газ бар. Күп төбәктәрҙә булмаған был өҫтөнлөгөбөҙ була тороп, был проектты мотлаҡ тормошҡа ашырырға тейешбеҙ.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: