Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
26 Август 2020, 11:17

АШЫҒЫУҘАР ЯҢЫЛЫШЫУҒА БУЛА...

/

Гел ҡабаланды һеңлем. Аяҡтары ергә теймәй йүгереп йөрөр ине. Ниңә ашыҡҡандыр, ҡайҙа атлыҡҡандыр?..

Кинйә бала булды ул. Биш йәшендә бер кемдең дә әйткәнен тыңламай, илай-илай мәктәпкә барҙы. Уҡыуҙа, йәмәғәт эштәрендә гел алдынғылар рәтендә булды. Ун алты йәше тулыр-тулмаҫтан юғары уҡыу йортона инде. Күп тә тормай, буласаҡ кейәү менән таныштырҙы, йәһәтләп туй үткәрҙек. Бишенсе курсты тамамлағанында ике ҡыҙы үҫә ине инде.

Диплом алыу тантанаһына барыр алдынан бәләкәстәрҙе беҙгә килтерҙеләр (баш ҡалаға яҡын урынлашҡан ауылда йәшәйбеҙ). Байрамдары иртәгә көндөҙ икелә башлана икән.

– Улай булғас, бөгөнгә беҙҙә ҡалып тороғоҙ, – тинем. – Ҡаланың шау-шыуынан аҙға булһа ла ял итерһегеҙ, мунса инерһегеҙ. Иртәгә таң менән тороп сыҡһағыҙ ҙа, әҙерләнеүгә әллә күпме ваҡытығыҙ ҡала әле.

– Юҡ, апай, – тип шунда уҡ ҡаршы төштө баҫҡан ерендә бейеп торған һеңлем. – Ҡайтырға кәрәк. Бөгөн үк башҡарып ҡуяһы эш күп. Иртәгә үҙебеҙ өсөн ваҡыт та ҡалмаҫ әле: тантананы, аҙаҡ курсташтар менән хушлашыу байрамын ойоштороуҙы үҙ өҫтөмә алғанмын.

Шулайтып ҡабалана-ҡабалана йыйына башланы. Юлға бигүк сығырға теләмәгән кейәү кәйефһеҙ генә машинаһын ҡабыҙҙы. Йәһәтләп ҡуҙғалып киттеләр. Оҙаҡ та үтмәҫтән, йәшен тиҙлегендә хәбәр килеп етте: яҡындарыбыҙҙы беҙҙең ауылдан оло юлға сыҡҡан ерҙә ҙур йөк машинаһы бәрҙереп киткән...

Әҙәм балаһына ғүмер бер тапҡыр ғына бирелә. Кемгәлер ҡартайғансы йәшәү бәхете тейһә, икенселәр тормоштоң тәмен дә татып өлгөрмәй... Үҙенә ғүмерҙең сама менән бирелгәнен һиҙеп тә ашыҡтымы икән һеңлем? Барыһына өлгөрөп ҡалайым тинеме? Ниңә мине тыңламаны, кейәүҙең теләген иҫәпкә алманы, үҙенекен һүҙ итергә тырышты? Динебеҙҙә “Бөгөнгө эшеңде иртәгәгә ҡалдырма” тигән әйтем бар ҙа бит, әммә сабыр итеү, башҡаларҙың һүҙенә ҡолаҡ һалыу мөһимлеге юға¬рыраҡ урынға ҡуйылған даһа...

Ниндәй осраҡтарҙа ҡабаланырға кәрәк? “Аҙан тауышын ишетеү менән намаҙ уҡырға, йәше еткәнде өйләндерергә һәм баҡыйлыҡҡа күскәнде ерләргә ашығығыҙ”, – тип өйрәтә Ислам. Эйе, ғибәҙәт ҡылырға һуңларға ярамай. Йәштәрҙе өйләндереүгә килгәндә лә, ваҡытты һуҙмау мөһим. Ни өсөн тигәндә, әҙәм балаһы Аллаһ Тәғәлә тарафынан бирелгән ҡыҫҡа ғына ғүмерендә ғаилә ҡорорға, балалар үҫтерергә, изге ғәмәлдәр башҡарып өлгөрөргә тейеш. “Баҡыйлыҡҡа күскәнде ерләргә ашығығыҙ” тип ҡушыуҙың нигеҙендә лә, дин әһелдәребеҙ әйтеүенсә, тормош-көнкүреш хәҡиҡәте ята.

Ә башҡа ваҡыттарҙа ҡабаланыуҙың хәүеф менән янау ихтималлығын ниңә онота икән әҙәм балаһы? Айырыуса юлда. “Еңел автомобиль трассаға “осоп” килеп сыҡты”, – тип һөйләне беҙгә лә шаһиттар яҡындарыбыҙҙың фажиғәһенән һуң. Һис һүҙһеҙ, һеңлем тиҙләтеп барғандыр. Юл бит ул оло тормош кеүек: ҡабаланғанды өнәмәй, күҙ йомоп алға сығырға тырышҡанды йәһәт кенә урынына ултыртып ҡуя. “Ашыҡҡан ашҡа бешер”, “Ҡабаланғандың сәфәре ҡыҫҡа”, “Аяҡтарың йүгергәндә лә, йөрәгең осонмаһын” кеүек әйтемдәр юҡтан ғына яралғанмы ни?

Күңелем әрней, күҙ йәштәрем туҡтауһыҙ аға. Ә ҡосағымда – ике ҡыҙсыҡ. Йәшәүҙең нимә икәнен аңлап та өлгөрмәҫтән етем ҡалған сабыйҙар. Эй тынғыһыҙ, тиктормаҫ, шуҡ үҙҙәре. Әсәйҙәре кеүек... Тик түҙемһеҙлегегеҙ сабый сағығыҙҙа тороп ҡалһасы, ҡыҙсыҡтарым. Аллаһ Тәғәлә киләсәк тормошоғоҙҙа сабырлыҡ насип итһәсе, оҙон ғүмер бирһәсе...

(Мәләүез районында йәшәгән ҡатындың һөйләгәндәренән).
Автор: И. ҠОРМАНОВА яҙып алды.
Алия Даутова.
Читайте нас: