Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
26 Август 2020, 11:35

АҠСАЛАР БҮЛЕНГӘН

.

Гульдар Кинзябаева

2020 йылда Башҡортостан мәктәптәрендә башланғыс класс уҡыусыларын бушлай төшкө аш менән тәьмин итеү өсөн федераль бюджеттан 778 млн һум аҡса бүленгән.
Билдәле булыуынса, был яңылыҡ ил Президенты В.В.Путин ҡушыуы буйынса индерелә. Әлеге көндә илдә 6,8 миллионға яҡын башланғыс класс уҡыусыһы иҫәпләнә. Алдан күҙаллауҙар буйынса, 2021 йылда уларҙың һаны 7,1, ә 2022 йылға 7,2 миллионға тиклем артасаҡ. Төшкө ашҡа сығымдар федераль бюджет ярҙамы менән финанслана. Был маҡсатҡа 2020 йылда субсидия 21,8 млрд һум, 2021 йылда – 43,6 млрд, 2022-лә – 43,6 млрд һум тәшкил итер тип көтөлә. Шулай уҡ төбәк властары үҙ средстволарына уҡыусыларға өҫтәмә туҡланыу ойоштора ала.
Әйткәндәй, быға тиклем уҡыусыларҙы туҡландырыу төбәктәргә һәм муниципалитеттарға йөкмәтелгән ине. Федераль ҡарар ҡабул ителгәндән һуң бушлай төшкө аш менән барлыҡ 1 – 4 класс уҡыусыларыла ла туҡланасаҡ.
2020 йылдың 1 сентябренән республиканың барлыҡ башланғыс класс уҡыусылары ла бушлай төшкө аш менән тәьмин ителәсәге тураһында март башында Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдергәйне. Яңы уҡыу йылында республикалағы 225 мең 1 – 4 класс уҡыусыһының төшкө ашы 55 һум торасаҡ тип күҙаллана.
Читайте нас: