Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
26 Август 2020, 10:44

Аңламаҫһың был атайҙарҙы...

/

Әгәр миңә яңынан профессия һайларға ҡушһалар, уйлап та тормай, үҙемдең һөнәремде һайлар инем. Бала табыу йортонда инде 26 йыл эшләйем, күпме сабый ҡулдан, күпме әсә күҙ алдынан үтте - һәр береһе күңелдә. Бер дауаханала нисә төрлө яҙмыш, шатлыҡ, күҙ йәштәре... һөйләп бөтөрөрлөк түгел.
Бына әле лә ҡатыны эргәһенә килгән йәш атайҙы ҡаршыларға, ҡотларға тип төшөп барам. Әсә баһадир малай тапты, бик ауыр булды, шулай ҙа иҫән-һау ҡотолдо. Әсәй кеше маладис, табиптарҙың кәңәшенә ҡолаҡ һалды, бик сабыр ҡатын, тип һоҡландыҡ. Йәш атайҙың миндә ҡайғыһы юҡ, кем менәндер ҡыҙыу ғына һөйләшә: ”Әлегә бала кәрәкмәй ине беҙгә... Әйттем бит инде Зөлфиәгә, аҙаҡҡараҡ ҡалдырайыҡ тип... Ишеү яңы вазифа бирҙеләр, үҙенең дә һаулығы юҡ...” Ир зарланды ла зарланды. “Ҡара һин уны, начальник булған, имеш! Баланы теләмәгән икән! Ә беҙ ул сабый тын ала башлаһын өсөн нимә генә эшләмәнек, йәнебеҙҙе бирерҙәй булдыҡ, ә был атай йораты нимә ти...”
Асыуымдан нимә эшләргә лә белмәнем, йоҙроҡтарҙы төйнәп, эргәһенә килдем: ”Ғәфү ит, улым, сабыйығыҙҙы ҡотҡарып булманы,” - тим. Ниңә улай тип әйткәнмендер, үҙем дә белмәйем. Көтмәгәндә ир ағарынып китте: ”Нисек инде ҡотҡара алманығыҙ?” - тип башын тотоп, баҫҡысҡа ултырҙы. “Шыттырғанымды ”үҙем дә аңланым, тик һуң... Ҡапыл телефон шылтыраны: "Мәликә Фәтиховна, Иванованы операцияға әҙерләргә кәрәк,” - тип, мөдир саҡыра. Иркенләп тын алдым да, атайға һүҙ ҡушам: ”Улыңды табиптар ҡотҡарған! Шатланырға кәрәк,” - тим. Ир һикереп тороп, мине ҡосаҡлап алды ла, аҡылдан яҙған кешеләй, рәхмәт әйтә-әйтә сығып йүгерҙе. Был атайҙарҙы һаман аңлап етә алмайым, булған бәхеттәренең ҡәҙерен белмәйҙәр, тартып алырға тырышһаң – теш-тырнаҡтары менән бирмәҫкә тырышалар.
Фото:патриотам.рф
Автор: Дина Арсланова.
Читайте нас: