Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
25 Август 2020, 12:13

Самаһын белеп кенә...

.

Табиптар, самаһын белеп ҡулланмаған осраҡта, үлем ҡурҡынысы менән янаған дүрт аҙыҡтың исемлеген атаған.
Беҙ көн дә тиерлек ҡулланған ҡәҙимге аҙыҡтар саманан тыш миҡдарҙа ашаған-эскән осраҡта һәр кешегә төрлө кимәлдә хәүефле булыуы бар.
Исемлектә беренсе булып сейә емеше тора. Сөнки уның һөйәгендә кеше ғүмере өсөн айырыуса хәүефле “цианид” тигән ағыулы матдә бар. Бер нисә бөртөк сейә һөйәген йотоп ебәреүҙән бер нәмә лә булмаҫ, әммә уның тосон ашау үлемгә килтереүе мөмкин. Табиптар иң хәүефле эсемлек тип һыуҙы ла атаған. Кеше өсөн 6 литр һыу эсеү үлемесле һанала, сөнки организмдың күҙәнәктәре шешенә башлай һәм тәнде көҙән йыйырыуға. баш ауыртыуына килтерә. Шул уҡ ваҡытта аҙ миҡдарҙа һәм самалап ҡына шыйыҡлыҡ эсеү файҙалы тип иҫәпләнә. Ҡәһүә – наркотик матдәләргә оҡшаш үҙенсәлекле матдә, уға кеше организмы тиҙ арала өйрәнеп китеүе күптән дәлилләнгән. Бынан тыш, артыҡ күп ҡәһүә эсеү йөрәк тибешен йышайта, был үҙ сиратында кешенең хәл-торошона ла насар йоғонто яһай. Тағы ла һаҡлыҡ менән генә ҡулланыла торған аҙыҡ – шоҡолад. Уның составындағы теобромин матдәһе артыҡ күп шоҡолад ашаған осраҡта кеше организмына ауыр тәьҫир итеүе бар. Табиптар тикшеренеүҙәр үткәреп, шоколадтың стандарт 85 плиткаһы үлемесле доза булыуын асыҡлаған. Ләкин бындай тәжрибәләр үткәреүҙән тыйылырға кәрәк.
Читайте нас: