Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
25 Август 2020, 23:34

Рәсәйҙәге тәүге геопарк – Янғантау буйында

*

Башҡортостан тәбиғәтенең матурлығы тураһында күп һөйләйбеҙ, яҙабыҙ. Ошо хозурлыҡты һаҡлауға һәм яҡлауға байтаҡ көс түгелә. Дәүләт алып барған был эҙмә-эҙлекле сәйәсәттең емеше – ЮНЕСКО тарафынан республикала геопарк булдырылыуы. Бынан бер нисә йыл элек булдырылған эш төркөмө уңышлы эшләне. ЮНЕСКО вәкилдәре лә Башҡортостанға юлды һыуытманы, фәнни-ғәмәли конференциялар үткәрҙе, төбәк тәҡдим иткән урындарҙы барып ҡараны. Буласаҡ парктың урыны ла оҙаҡ һайланды – Салауат районы, ә базаһы – “Янғантау” шифаханаһында. Был дауалау учреждениеһында барлыҡ мөмкинлектәр ҙә бар, шифахана алып барған эшмәкәрлек иһә тәбиғәтте һаҡлауға, туризмды үҫтереп, шул уҡ ваҡытта тирә-яҡ мөхиткә зыян килтермәй эш алып барыуға булышлыҡ итә.

Салауат районы хакимиәтендә лә геопарк булдырыуға ентекле әҙерләнгәндәр, парктың маршруты эшләнгән. Хәйер, был хаҡта ентекләберәк һөйләгебеҙ килә. Шуға ла һеҙҙе Салауат районы буйлап сәйәхәткә саҡырам. Геопаркты үҙ күҙҙәребеҙ менән барып күрәйек.

Нимә ул геопарк?

Геопарк – ул махсус һаҡланыу статусына эйә булған төбәк. Уның билә­мә­һендә ерҙең геологик тарихы, урындағы ландшафт төҙөлөшө, шулай уҡ тау тоҡомдарының, файҙалы ҡаҙылма­ларҙың барлыҡҡа килеү үҙенсәлектәре асыҡ сағыла. Өҫтәүенә геопарк урын­дағы халыҡҡа үҙе етештергәнде һатып, милли йолаларын күрһәтеп аҡса эшләү мөмкинлеге бирергә тейеш. Нимә генә тимә, тәбиғәт парктары, ҡурсаулыҡтар һәм заказниктар кеше эшмәкәрлеген сикләп, ошо ерҙәге тәбиғәттең үҙенсә­леген һаҡлап ҡалыуға ҡайтып ҡала. Ә геопарк, киреһенсә, аныҡ турист маршруттары асып, уларҙы төҙөкләндереп, ғилми-тикшеренеү, эко һәм агротуризм өсөн мөмкинлектәр булдыра.

Бындай тәбиғәт биләмәләре донъяла 90-сы йылдарҙа барлыҡҡа килә башлаған. Әлеге мәлдә Ер шарының 30 илендә йөҙҙән ашыу геопарк бар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Рәсәйҙә бындай бер биләмә лә юҡ ине әле. Шуға тәүге геопарктың тап Башҡортостанда асылыуы – республика өсөн ҙур мәртәбә.

Әлбиттә, беренсе булып юл ярыу еңелдән түгел. Эш төркөмө осраған тәүге кәртә – уны ойоштороу өсөн ҡанун менән нығытылған нигеҙ юҡлығы. Шуға ла Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары яңы закон проекты өҫтөндә ең һыҙғанып эшләне. Ҡыҙыу бәхәстәр барҙы, сөнки закондың һәр юҫыҡтан уйланылған, төплө булыуы шарт ине.

Йүрүҙән күпте күргән, күпте кисергән

Һис һүҙһеҙ, Салауат районы – туристарҙы ылыҡтырған төбәктәрҙең береһе. Бында ике ҙур йылға – Йүрүҙән һәм Әй буйлап кәмәлә ағып төшөү мөмкинлеге бар. Икеһе лә таҙа һәм мул һыулы. Район биләмәһендә туғыҙ тәбиғәт ҡомартҡыһы иҫәпләнә, йылғалар, күлдәр бихисап, бер шарлауыҡ һәм алты ҙур, йөҙҙән ашыу бәләкәй мәмерйә һанала. Махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләрен һанап сығайыҡ: Мәсетле киҫелеше, Янғантау, Ҡорғаҙаҡ, Лаҡлы мәмерйәһе, Ҡапҡа таш, Күҫәләр көкөртлө водород сығанағы, Лағыр һаҙлығы, Арҡауыл һаҙлығы, Ҡыҙҙар тауы.

Был исемлектәге күпселек тәбиғәт ҡомартҡылары киң билдәле. Икәүһенә айырым туҡталып үтәйек.

Мәсетле киҫелеше бында ҡасандыр диңгеҙ булыуын иҫбатлай

Геопарк булдырыуға үҙ өлөшөн индергән ул Мәсетле киҫелеше. Бында әлегә тиклем палеонтологик ҡаҙыныуҙар бара. Уның тураһында тәүгеләрҙән булып үҙенең эшендә инглиз ғалимы, Бөйөк Британия короллегенең география йәмғиәте президенты Р. Мурчисон 1840 – 1841 йылдарҙа Рәсәйгә геология экспедицияһына килгән мәлендә яҙып ҡалдыра. Ул Кама буйында ла, Урта һәм Көньяҡ Урал буйҙарында ла экспедицияла була.

Ысынлап та, Мәсетле киҫелешенә килеп туҡтау менән күңелде аңлата алмаҫлыҡ кисерештәр солғап ала. 1950 йылдарҙан алып әлеге урында Рәсәй Фәндәр академияһы ағза-корреспонденттары Б. Чувашов менән В. Черных тикшереү эштәре алып барған. Улар был урынды “Көнгөр ярусының түбәнге сиге” тип баһалаған.

2015 йылда киҫелеште күреп, баһалар өсөн халыҡ-ара геологтар конгресы үткәрелгән. Билдәле белгестәр йыйылған форумда, киҫелеште таҙартырға кәрәк, тигән фекергә киләләр. Шулай итәләр ҙә. Киҫелеште ярып ҡараған мәлдә, күп кенә асыштарға юлығалар.

Ҡазан федераль университетының Геология һәм нефть-газ технологиялары институты белгестәре Гүзәл менән Рафаэль Сөнәғәтуллиндар ҙа бында юлды һыуытмай. Йыш ҡына килеп, киҫелеште өйрәнәләр, фәнни күҙәтеү өҫтөндә эшләйҙәр.
“Мәсетлелә эшләгән тәүге осорҙа ҡыҙыҡлы өлгөләр табыуға өлгәштек: диңгеҙ ҡусҡарҙары, ләм һәм башҡалар. Табылған һәр нөсхәне лабораторияға анализға ебәреп торабыҙ. Табыштар әлегә тиклем иҫбатлауҙы талап иткән фараздарҙы дөрөҫләп тора.

Был киҫелеш ҙур исемгә лайыҡ булды: “Пермь системаһының Көнгөр ярусы киҫелеше”. Бында “Алтын ҡаҙаҡ” ҡағыласаҡ. Әлегә донъяла шундай 66 ҡаҙаҡ ҡағылған. Мәсетлеләге киҫелеш 67-сеһе буласаҡ”, – тип аңлатма бирҙе доцент Гүзәл Марс ҡыҙы. .

Янғантау донъяла берәү генә

Донъя кимәлендә дан тотҡан шифа­ханаларҙың береһе “Янғантау” – Салауат районының йөҙөк ҡашы. Уның директоры Альфред Аҡбашев – алдынғы ҡарашлы етәксе. Геопарк буйынса эш төркөмөнә лә тап уның етәкселек итеүе юҡҡа түгел. Оҙаҡ йылдар дауамында шифахана алып барған сәйәсәткә геопарктың моделе тап килеп тора. Альфред Рәшит улы фекеренсә, кеше – тәбиғәттең бер өлөшө. Уның эшмәкәрлеге тәбиғәттең экосистемаһына зыян килтерергә тейеш түгел. Тик бөгөнгө заманда ошо тигеҙлекте һаҡлап ҡалыу ҡыйын.

– Салауат районы – туристарҙы ылыҡтырған үҙенсәлекле төбәк. Шифаханаға ғына йылына яҡынса 30 мең ял итеүсе килә. Әлбиттә, күптәр төбәктең иң матур урындарын барып күрергә теләй. Беҙ йыл әйләнәһенә ҡунаҡтарҙы автобустар менән сәйәхәткә алып йөрөйбөҙ. Ошо эште ойошторған мәлдә шуға инандым: ҡырағай туризмға юл ҡуйырға ярамай. Туристар ағымын контролдә тоторға кәрәк. Шул саҡта ғына тәбиғәткә килтерелгән зыянды кәметеү мөмкин буласаҡ. Геопарктың нигеҙенә ошо төшөнсә һалыныуы оҡшай. Бынан тыш, урындағы халыҡ туристарҙан файҙа алырға тейеш. Иң мөһиме – туристарҙа ла, ауыл халҡында ла тәбиғәткә, бер-береңә ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиә­ләнәсәк, – тигән ҡарашта ул.

Буласаҡ геопарктың базаһы “Янған­тау”ҙа булыуы көн кеүек асыҡ, сөнки бында ғилми эш алып барыу өсөн дә, тирә-яҡ мөхитте өйрәнеү өсөн дә уңайлы шарттар булдырылған. Шифахана биләмәһендә Башҡортостандың Фәндәр академияһынан ғалимдарҙы йәлеп итеп, Янғантауҙың үҙенсәлеге лә, үҫемлектәр донъяһы ла яҡшы өйрәнелгән.
Янғантауҙың шифаһын тапҡан көтөүсе тураһында күптәрҙең ишеткәне бул­ғандыр. Мәғлүм булыуынса, ошо тирәлә мал көткән ағай этенең гел бер урынға барып ятҡанын аптырап күҙәткән. Унан инде үҙе лә ошо урындан сыҡҡан йылы быуҙа аяҡ-ҡулдарын дауалаған. Шулай итеп, Янғантау сығанағының даны тирә-яҡҡа таралған. Был урында заманса шифахана төҙөлөүе, сит илдәрҙән дә дауаланырға килеүҙәренә аптырарға түгел. Ер аҫтынан сығып ятҡан быу иһә быуаттар дауамында тәнгә сихәт бирә.

Әле шифахана биләмәһенә ҡараған ерҙә 490 төр үҫемлек бар, уларҙың 30-ы һирәк осрай. Флораның күп өлгөләре Башҡорт­остандың Ҡыҙыл китабына индерелгән. Уларҙы һаҡлау һәм яҡлау өҫтөндә әүҙем эш алып барыла. Ял итеүселәр өсөн йәйәүле маршруттар ҙа, Йүрүҙән буйлап һалда йөҙөп төшөү өсөн махсус экскурсиялар ҙа, мәмерйәләргә сәйәхәттәр ҙә ойошторалар. Был хозур ерҙәрҙе һыбай йөрөп сығыу мөмкинлеге лә бар.

Салауат нисә йәшендә?..

Салауат районы – туристарҙы йәлеп иткән төбәк, тип үрҙә әйтеп үткәйнек инде. Был, ысынлап та, шулай. Әммә бында ағылған туристарҙың күбеһе ҡырағай йәки үҙ юлы менән килә. Хакимиәт иһә киләсәктә был мәсьәләне хәл итеү өсөн ҙур проект әҙерләгән. Нисек кенә булмаһын, туристар ағымын контролдә тотоу мөһим, тиҙәр бында. Был хәҡиҡәттең ни тиклем ысынбар­лыҡҡа тап килеүен яр буйына барып ҡына күрергә лә була: унда-бында тоҡандырылған усаҡтарҙан ҡалған көл-күмер, ҡаптарға тултырылған буш шешәләр, быяла ярсыҡтары. Туристарҙы ойоштороп, күңелле ял тәҡдим иткәндә, тәбиғәткә был тиклем зыян килмәҫ ине. Ошоларҙың барыһын да иҫәпкә алып, Салауат районы хакимиәтендә дүрт турист зонаһы эшләгәндәр. Тәүгеһе – “Салауат юлы”. Икенсеһе – “Лаҡлы”, унан – “Ҡорғаҙаҡ” һәм “Йүрүҙән”. Килгән ҡунаҡ­тарҙың теләгенә һәм мөмкинлегенә ҡа­рап, маршруттың оҙонлоғо һәм дауамы иҫәпкә алына. Кемдер автобуста йә үҙ машинаһында барыуҙы хуп күрер, кем­гәлер Йүрүҙән буйлап кәмәлә йөҙөү оҡшар. Киләсәктә тағы ла агротуризм, балыҡ тотоу, милли ауыл булдырыу һәм башҡа пландарҙы тормошҡа ашырырға уйлайҙар.

Салауат районы – башҡорттарҙың милли геройы тыуған ер. Ошо урындар уның рухы менән һуғарылған. Шул уҡ Салауат йәшеренгән Иҙрис мәмерйәһен генә ал. Туристарға батыр музейын күрһәткәндән һуң, уның исеменә бәйле мәмерйәгә алып барыу ғүмерлеккә иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиға бит. Бына шунда милли геройыбыҙҙың нисә йәштә генә һыбай атланып, үҙ илен яҡларға күтәрелеүен йәш быуын да белеп үҫер ине.

Әйткәндәй, районда тиҫтәгә яҡын төрлө музей уңышлы эшләй. Уларҙың күбеһе билдәле шәхестәргә арналған. Сафуан Әлибаев, Рәми Ғарипов, Харис Йосопов, Хәбир Ғәлимов, Ризуан Хажиев, Нәҡи Иҫәнбәт һәм башҡаларҙың йорт-музейҙары ҡунаҡтар өсөн һәр саҡ асыҡ.

Туризм – һауа торошона бәйле бизнес

Был, ысынлап та, шулай. Туристарҙы нимә менән генә ылыҡтырма, бер туҡтауһыҙ ямғыр яуып торһа, улар ғәмәлдә ҡыҙыҡлы күренешкә лә ҡыҙыҡмаясаҡ. Ә бына һауа торошо быйылғы кеүек ҡыуандырып торһа, туристар ағымы ла шәп буласаҡ. “Шайтан-Күҙәй” йорт кемпингын асҡан Илфат Рифат улы Исмәғилев быға инанған.

Салауат батыр йәшеренгән Иҙрис мәмерйәһенә километр ярым ара ҡала бынан. Илфат Рифат улы, ауылдың ситендә генә 15 сутый ерҙе ҡуртымға алып, тирмә ҡуйған. Бында бер юлы егермегә яҡын кеше ҡунып китә ала. Илфат иһә уларға ҡыҙыҡлы һәм иҫтә ҡалырлыҡ ял ойошторорға әҙер.

Нисә көн теләйһең, шунса ваҡыт Йүрүҙән буйлап кәмәлә ағып төшөү мөмкинлеге бар. Илфат бының өсөн кәмәләрен дә бирә, оҙатып ҡуя, ҡаршы ала. Ҡунаҡтар теләһә, мәмерйәләр буйлап сәйәхәткә лә алып сыға.

Әлеге кемпингты булдырыу тура­һын­да Илфат күптән хыялланған һәм биш йыл элек тәүәккәлләгән. Тәүге тирмәләр Малаяҙ эргәһендә, Йүрүҙән буйында ҡоролған булған. Тирмәләрҙе үҙе эшлә­гән. Өс катамаран һәм бер кәмә һатып алған. Бөтөн сығымдарҙы һанағанда, ярты миллион һум аҡса киткән.

Йылдан-йыл Илфат эшмәкәрлеген киңерәк йәйелдерә. Айырым тирмә ҡуйып, мәмерйәгә йүнәлгән кешеләргә сәй ҙә тәҡдим итә.

Ысынлап та, мәмерйәне барып ҡарағандан һуң, һыуһынды ҡандырып сығырлыҡ урын юҡ шул бында. Туристар мунса ла һорай. Быны ла аңларға була. Йүрүҙән буйлап бер нисә көн кәмәлә йөҙгәндән һуң, миндек менән сабынып, рәхәтләнеп мунса инге киләлер ул.

Илфат тағы ла бер хәҡиҡәткә инанған: бөгөн туристарҙы уңайлыҡтар менән генә йәлеп итеп була.
Дөрөҫөн әйткәндә, эшҡыуарҙың пландары ҙур һәм ҡыҙыҡлы. Кемпингты тарихҡа бәйләргә уйы бар уның. Уҡ-һаҙаҡтан атып ҡарау өсөн урын эшләү, аттар алыу һәм башҡаһы.

Кемдер бушты һөйләй, булдыра алмаҫ, тиер. Тик хыялдарын тормошҡа ашыра торған ир-уҙаман ул, шуға һүҙҙәренә шикләнмәйек. Мәҫәлән, бынан биш йыл элек балсыҡтан көршәктәр эшләй башлаған. Кәрәкле балсыҡ райондың бер урынында ғына бар икән. Көршәк эшләү өсөн ҡорамал һатып алған, ә бына уны яндырырға мейесте үҙе яһаған. Килгән туристарға йүнсел үҙе етештергән сәйнүк, каса, туҫтаҡтар тәҡдим итә. Был һауыт-һабаның кеше өсөн зыянһыҙ икәнен дә иҫбатлай. Йорттарында бөтөн гөлдәрҙе балсыҡ һауытҡа күсереп ултыртҡандан һуң, улар күпереп сәскә ата башлаған. Үҙе етештергән тауарҙы тәҡдим итеүҙән тыш, эшҡыуар туристарға оҫталыҡ дәрестәре лә үткәрә. Балсыҡтан яһаған һауыттар айырыуса балаларға оҡшай.

Кемпинг – Исмәғилевтәрҙең ғаилә бизнесы. Илфат ҡатыны Әлиәне лә, ҡыҙҙары Розалияны ла, кесе улдары Таһирҙы ла йәлеп иткән. Уларҙың һәр береһенең үҙ бурысы бар.

Әйткәндәй, ғаилә башлығы – һөнәре буйынса уҡытыусы. Малаяҙ башҡорт гимназияһында информатиканан белем бирә. “Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған. Роботтар техникаһы буйынса түңәрәк алып бара. Информатика дәрестәрендә лә, түңәрәктә шөғөлләнеү­селәр ҙә уңыштары менән һөйөндөрөп тора. Бөтә Рәсәй олимпиадаларында йыш ҡатнашалар. Был хаҡта белгәс, Илфатты эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә башлауға нимә этәреүе тураһында һораштым.

– Дмитрий Медведев Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры булып эшләгәндә уҡытыусыларға бизнес юлын һайларға кәңәш итте бит, – тине ул, шаяртып. – Ысынында иһә районыбыҙға туристар күпләп килә. Әммә улар ял иткәндән һуң үҙҙәренең артынан әллә күпме сүп-сар ҡалдыра. Ошоно күреп йәнем әрней ине. Был – беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙың ере, беҙҙең тыуған ер! Шуға ла туристарҙы оҙатып йөрөү, төйәгемдең тарихын һөйләү, матурлығын күрһәтеүҙе маҡсат итеп ҡуйҙым. Бөгөн туризм килемле йүнәлеш кенә түгел. Ошо ағымға ҡушылып, Башҡортостандың, Салауат районының брендын булдырырға тейешбеҙ. Киләсәктә кемпингтар һанын арттырырға уйлайым. Тарихҡа, йолаларыбыҙға күберәк баҫым яһарға кәрәк тигән фекерҙәмен.

Геопарк булдырыу туристар һанының күбәйеүенә килтерер тип өмөтләнә эшҡыуар.
– Килгән туристарға тәҡдим итә торған хеҙмәттәр байтаҡ. Бынан тыш, ауыл халҡы ла ихлас ҡушылырға әҙер. Бер нисә кеше, һиңә килгән ҡунаҡтарға картуф, йомортҡа, һөт-ҡаймаҡ тәҡдим итергә буламы, тип һорап та китте. Ниңә булмаһын ти. Икмәген дә бешереүсе табылыр, ҡымыҙ ҙа тәҡдим итербеҙ. Барыһы ла беҙҙең ҡулдан килә торған эштәр, – ти эшҡыуар.

Сурен ГЕВИНЯН, ЮНЕСКО-ның геофәндәр һәм геопарктар буйынса программаһы белгесе:
– Геопарк – ул тәбиғәт ҡомартҡыһы булған ҙур биләмә. Бынан тыш, ауылдар ҙа булырға тейеш. Тәбиғәт ҡомартҡыһын ҡарарға килгән туристарға урындағы халыҡ милли йолалар, ошо ерлектә тыуған легендалар, риүәйәттәр тураһында һөйләй, урындағы халыҡ көнкүрешендәге үҙенсәлектәрҙе күрһәтә ала.

Иң мөһиме – халыҡтың геопарк мөмкинлектәренән файҙаланыуы шарт. Туристарға үҙҙәре етештергән тауарҙы тәҡдим итеп, аш-һыу һатып аҡса эшләү мөмкинлеге булдырыу ҙа отошло. Ҡунаҡтар тәбиғәт матурлығына ғына һоҡланып ҡайтырға тейеш түгел, ә урындағы халыҡтың йәшәйеше менән танышып, ошо гүзәл ерҙән сувенирҙар ҙа һатып алһын. Башҡортостан Хөкүмәте был йәһәттән “Янғантау” шифаханаһы эргәһендәге биләмәне тәҡдим итте.

Ҡарап сыҡҡас та, ул миңә ифрат оҡшаны. Ғөмүмән, республиканың геопарк булдырыуҙа мөмкинлектәре ҙур. Республика етәкселеге был йәһәттән һәр яҡлап ярҙам күрһәтһә, хәҙер инде урындағы халыҡтың әүҙемләшеүе кәрәк.

Минзәлә апай, Мәсетле ауылында йәшәй:
– Мәсетле киҫелеше булған урынды матурлап ҡуйғас, туристар күп килә. Машиналар менән туҡтаусылар һаны ла күпкә артты. Әлеге мәлдә ауыл халҡы шуға кинәнеп, йәйҙең файҙаһын күреп ҡалырға тырыша. Еләк йыйып тәҡдим итәбеҙ, йомортҡа, картуф, ҡыярҙы һатыуға сығарыусылар бихисап. Беҙ, мәҫәлән, ейәндәрҙе мәктәпкә әҙерләрлек аҡса йыйып ҡуйҙыҡ. Еләкте алыусылар бар. Әлбиттә, ыңғай яҡтарын тоябыҙ. Иң мөһиме – беҙҙең тыуған ерҙәребеҙ ҡараулы. Шуға һөйөнәбеҙ.

Илгизә СӘЛИХОВА, Ҡыйғы районынан:
– Өфөлә төпләндек. Ауыл яғына йыш ҡайтып та булмай. Һуңғы осорҙа үҙебеҙҙең яҡҡа боролоу менән ысынлап та геопаркка килеп инеүеңде һиҙәһең. Ҡайҙа ниндәй тәбиғәт ҡомартҡыһы булыуы күренеп тора. Ошо көндәрҙә йәйге ялға ҡайттыҡ. Балаларыбыҙ өсөн үҙе бер сәйәхәт булды. Ауылға барып еткәнсе маршрут һалып килделәр. Ҡайҙа барырға теләүҙәрен картанан билдәләнеләр. Унан интернет селтәренән ҡарап уҡынылар ҙа, ике көн буйы Салауат районы буйлап сәйәхәт иттек. Бик ҡыҙыҡ булды. Тик был юлы кәмә менән йөҙөп төшә алманыҡ. Икенсе тапҡыр мотлаҡ быны эшләйәсәкбеҙ.

Дилә САДИҠОВА, Өфө ҡалаһы:
– Салауат районын бынан бер нисә йыл элек астым үҙем өсөн. Хәҙер иһә йылына бер тапҡыр булһа ла барып күрәм. Ғаилә менән палаткалар алабыҙ ҙа сығып китәбеҙ. Йүрүҙәндең һыуы һәйбәт, мәмерйәләр күп. Тик кемпингтарҙа туҡталыу ғаилә өсөн ҡыйбат килеп сыға. Мәҫәлән, бер кешенән тәүлегенә 1500 һум алалар. Тимәк, ғаилә менән бер төн йоҡлап сығыуы – 6 мең һум. Душ, мунса юҡ. Иртәнге ашты бешерергә лә урын эшләнмәгән. Әлбиттә, эшҡыуарҙар уңайлыҡтар булдырған аҡсаһын ҡайтарырға тырыша. Әммә күрһәтелгән хеҙмәт һәм хаҡтар тура килмәй. Шуға беҙ үҙебеҙҙең палатка менән сәйәхәт итәбеҙ.


Автор: Лилиә НУРЕТДИНОВА
Читайте нас: