Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
25 Август 2020, 13:01

Малайҙар малайҙар инде

/

Малайҙар малайҙар инде, менмәгән гараж түбәләре, инмәгән ерҙәре, үрмәләмәгән йорт ҡыйыҡтары юҡ. Әйтерһең дә, башҡа уйнар урын ҡалмаған. Шул ғәҙәттәре арҡаһында бәлә-ҡазаға эләгергә генә торалар.
Кискеһен Өфөлә 13 йәшлек үҫмергә ҡотҡарыусыларҙың ашығыс ярҙамы талап ителгән. Дуҫтары менән подъезд ҡыйығы өҫтөндә уйнағанда, яңғылыш шыуып китеп, малай газ торбаһы менән подъезд стенаһы араһына ҡыҫыла. Үҙенең генә сығырлыҡ хәле булмай. Бәхеткә ҡаршы, ҡотҡарыусылар тиҙ килеп етеп, балаға ярҙам күрһәтә. Медицина ярҙамы талап ителмәй.
Ата-әсәләрҙең иҫенә төшөрәбеҙ, балаларығыҙҙың хәүефле урындарҙа уйнауына юл ҡуймағыҙ. Төҙөлөш майҙандарында, бина ҡыйыҡтарында , гараж эргәһендә һәм башҡа шундай сәләмәтлеккә зарар килтереү ихтималлығы булған ерҙәрҙә уйнауҙы тыйығыҙ. Балаға мотлаҡ ошо ҡағиҙәне лә аңлатығыҙ: кем дә булһа бәхетһеҙлеккә тарыһа, быны йәшерергә ярамай, мотлаҡ өлкәндәргә хәбәр итергә йәки 112 номерына шылтыратырға кәрәк.
Фото: Өфө ҡалаһының Граждандарҙы яҡлау идаралығы.
Автор: Дина Арсланова.
Читайте нас: