Хәйбулла хәбәрҙәре
-3 °С
Болотло
ВКонтакте
Одноклассники
Телеграм
Баш
Рус
Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
25 Август 2020, 13:04
Үле килеш таптым, тип алдаған
/
Белорет районында 17 йәшлек егет, аңы томаланып, табындаштарының ғүмеренә яҫҡынған. Ҡанлы фажиғә 22 августа булған.
Егет үҙенән күпкә оло кешеләр менән (иргә - 50, ҡатынға 46 йәш) уларҙың өйөндә спиртлы эсемлек эскән. Ошоноң кеүек "байрамда" гел күҙәтелгәнсә, ул өй хужаһы менән нимәгәлер талашып киткән. Һәм көтмәгәндә бысаҡ алып, йәш кеше хужаға бер нисә тапҡыр сәнскән, шунан ҡатынға ташланып, уны ла ныҡ ҡына яралаған. Ҡанһыраған ир ултырған ерендә үк үлгән, ә ҡатынды, Башҡортостан Тәфтиш комитеты мәғлүмәтенсә, ҡотҡарып өлгөргәндәр.
Егет енәйәти яуаплылыҡтан ҡасырға теләп, ҡанлы бысаҡты үлгән ирҙең ҡулына ҡыҫтырып ҡуйған. Аҙаҡ күршеләренә уларҙы үле килеш табыуы тураһында хәбәр иткән дә ҡасҡан.
Яуыз әҙәмде ҡулға алғандар. Ауыр енәйәт ҡылыуын егет таныған. Уға ҡарата "Үлтереү" статьяһы буйынса енәйәт эше асылған.
Фото: vestikamaza.ru
Автор: Аклима Гизатуллина.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/le-kilesh-taptim-tip-alda-an-424733/
Читайте нас:
Новости партнеров
Ҡыш ҡасан килә?
Уфимский лимонарий – точка притяжения туристов со всех концов России
Балтачлар аккошлар гаиләсе өчен борчыла