Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
25 Август 2020, 13:37

Көлөн булһа ла алып ҡайтырға ине...

.

Америкала һәләк булған яҡташыбыҙ Артур Әхмәтов һәм уның йөрөгән ҡыҙы Полина Кретова тураһында хәбәр иткәйнек. Йәштәр аварияға эләкте...
Ҡот осҡос авария Луизиана штатында була. Йәштәр ҡуртымға алынған “Toyota 4Runner” автомобилендә трасса буйлап китеп барғандар. Ҡалаға етә килә ҡапыл хәрәкәт әкренләнә һәм Артур тиҙлекте кәметә. Әммә уның артынан килгән “Kia Sorrento” автомобиле водителе тормозға баҫып өлгөрмәй һәм юғары тиҙлектә уларға килеп бәрелә. Машинаның рулендә 36 йәшлек ир ултырған була.
Бәрелеш бик көсле була. Һөҙөмтәлә Артурҙарҙың машинаһы алдарында торған “Volvo” йөк машинаһы аҫтына инеп китә. Машинаның алғы яғынан бер нимә лә ҡалмай тиерлек. Алда ултырған Полина урында һәләк була. Артурҙы табиптар дауаханаға алып барып өлгөрә, тик уның йәрәхәттәре лә үтә ауыр була шул: егет реанимацияла йән бирә.
Урында был авария буйынса тикшереү башланған, анализ өсөн ике водителдең дә ҡан өлгөләре алынған.
23 йәшлек Артур менән 25 йәшлек Полина Америкаға былтыр йәй күсеп китә. Быға тиклем улар АҠШ-ҡа студенттарҙың уҡыу программаһы буйынса килгән булған. Аҙаҡ бөтөнләй унда йәшәргә, өйләнешергә план ҡорғандар.
Америкаға киткәнсе Артур Башҡорт дәүләт медицина университетында белем алған. Дуҫтары уны тик яҡшы яҡтан ғына хәтерләй.
Артур Әхмәтовтың ғаиләһе нисек булһа ла уны Стәрлетамаҡҡа алып ҡайтмаҡсы. Эйе, егеттең кәүҙәһен яндырасаҡтар, хәҙер туғандары уның көлөн булһа ла алып ҡайтырға тырыша. Тик бының өсөн 15 мең доллар самаһы аҡса кәрәк. Ғаиләлә ул тиклем аҡса юҡ.
– Америкала документтар әҙерләү дүрт аҙна самаһы ваҡытты аласаҡ тинеләр. Коронавирусҡа бәйле ҡатмарлыҡтар юҡ, уны кремациялаясаҡтар. Өйөнә уның көлө генә ҡайтасаҡ, - тине дуҫы Айрат Сакаев.
Матур тормош артынан киткән йәштәрҙең ғүмере үтә аяныслы өҙөлдө. Беҙ уларҙың ғаиләләренең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Фото: КП-Уфа.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: