Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
25 Август 2020, 12:18

Өфө уҡыусыһы Владимир Путинға мөрәжәғәт иткәс Өфөлә гимнастика үҙәге төҙөлә башланы.

.

Өфөләге 16-сы спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Дарья Крутько Ульяновскиҙа спорт форумында Владимир Путинға Өфөлә гимнастика үҙәген төҙөү үтенесен белдергәйне. Аврора һәм Эшсе хәбәрселәр урамдары киҫелешендә ҡыҙҙың хыялы тормошҡа ашырыла башлаған да инде. Дарья был спорт төрө менән ете йәштән алып шөғөлләнә.
Дарья Крутьконың хыялы икенсе уҡыу йылында, йәғни 2021-се йылдың октябрь айында ғәмәлгә ашырыласаҡ, тип вәғәҙәләй төҙөүселәр.
#Президент #Путин #ВладимирПутин
Балалар ҡатмарлы элементтарҙы, һикереүҙәрҙе, боролмаларҙы яҡшы итеп өйрәнә алмай. Уларҙы иҙәндә башҡарыу бик хәүефле. Тәрбиәләнеүселәр йыш ҡына планлаштырылған элементтарҙы үҙләштереп өлгөрмәй. 420 кв метрлы майҙанда бер юлы 100-ҙән ашыу бала, йәғни дүрт төркөм шөғөлләнә… Зал шул тиклем бәләкәй, хатта малайҙар өсөн махсус снаряд ҡуйырға ла урын юҡ…Дарья спорт гимнастикаһы буйынса икенсе үҫмерҙәр разрядына эйә. Дашаның Рәсәй Президентына мөрәжәғәтенән һуң, Өфөлә махсус спорт комплексы төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителә.Туғыҙ йәшлек Дарья Крутько түҙемһеҙләнеп комплекстың төҙөлөп бөткәнен көтә. Ҡыҙ киләсәктә тап ошо спорт төрө буйынса донъя чемпионы исемен яуларға хыяллана. Яңы бина тренажер, халыҡ-ара ярыштар өсөн залдарҙы, шулай уҡ ҡунаҡхана һәм реабилитация үҙәген берләштерә. Спортсылар күнекмәләр өсөн кәрәк-яраҡтар һәм ҡорамалдар, шул иҫәптән һикереү соҡоро булырына ла иҫәп тота.
Автор: Эльдар Фаттахов
Читайте нас: