Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
25 Август 2020, 17:37

Енәйәт өсөн ата-әсәләргә яуап бирергә тура киләсәк

/

Бөтә Өфө халҡы ял көнө Черниковка биҫтәһендә булған башҡа һыймаҫлыҡ ваҡиғанан шаңҡыған хәлдә. Әле һаман 12 йәшлек үҫмерҙәрҙең һигеҙ йәшлек ҡыҙ баланы һәләк итеп, сисендереп, йылғаға ырғытыуына ышанып бөтә алмай.
Балала быуып үлтереү билдәләре асыҡланған. Адвокат Роман Петров бәлиғ булмаған енәйәтселәргә ниндәй яза бирелеү ихтималлығы тураһында “КП-Уфа” порталына аңлатма биргән. Юристың әйтеүе буйынса, балаларының башҡа һыймаҫлыҡ ҡылығы өсөн ата-әсәләренә яуап бирергә тура киләсәк.
-Малайҙарҙы иҫәпкә ҡуясаҡтар. Енәйәт яуаплылығына тарттырыу өсөн уларға 14 йәш тә тулмаған. Бәлиғ булмаған балаларын тейешенсә тәрбиәләмәгән өсөн ата-әсәләрҙе мотлаҡ тикшерәсәктәр. Улар матди сығымдарҙы ҡаплаясаҡ. Опека органдары алдында уларҙы ата-әсә хоҡуғынан мәхрүм итеү бурысы тора. Малайҙарҙы махсус приютҡа урынлаштырыуҙары мөмкин, - тине адвокат.
Был тәрбиә сараларынан балаһын юғалтҡан ғаиләгә бер ниндәй еңеллек тә килмәүе билдәле. Бер ниндәй яза ла ҡыҙҙарын ҡайтарып бирә алмаясаҡ. Бәлиғ булмаған йәштәге үҫмерҙәр яҙмышының башланмаҫ элек кире юлдан китеүенә кемде ғәйепләргә?
Фото:Bash.News
Автор: Дина Арсланова.
Читайте нас: