Меморандумға ярашлы ике яҡ бер нисә йүнәлеш буйынса хеҙмәттәшлек итәсәк: анимация индустрияһы өлкәһендә професионал белем биреүҙе үҫтереү, яңы производство урыны булдырыу, төрлө форматлы саралар ойоштороу.
Беренсе йүнәлеш Башҡортостандың берәй юғары йорто базаһында «Союзмультфильм» студияһы әҙерләгән талаптар буйынса профилле белем биреүҙе ойоштороуҙы маҡсат итеп ҡуя.
Икенсе йүнәлеш – Өфөнөң “Башҡортостан” һәм “Муха” студиялары ҡатнашлығында технопарк булдырыу. Башҡортостан хөкүмәте административ һәм технологик яҡтан функциялау эшен алып барһа, “Союзмультфильм” производство сылбырын юлға һалып, заказдар алыуға ярҙам итәсәк.
Өсөнсө йүнәлеш мәҙәни саралар үткәреүҙе күҙаллай. Улар араһында ошолар бар: 2021 йылда “Союзмультфильм” студияһының 85 йыллыҡ юбилейына арналған фестиваль, «Союзмультклуб» франшизаһының клубтары, балалар һәм үҫмерҙәр мәктәптәре үҫеше, күргәҙмә проекттары, кино күрһәтеү, балалар лагерҙарында тематик сменалар ойоштороу, балалар анимация фильмдары конкурсы үткәреү.
https://kulturarb.ru/ba/news/br-mәҙәniәt-ministrlyғy-һәm-soyuzmultfilm-kinostudiyaһy-animacion-klaster-үҫeshe-өlkәһendә-heҙmәttәshlek-turaһynda-memorandum-tөҙөnөlәr