Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
25 Август 2020, 12:15

Баланы мәктәпкә нисек әҙерләргә һәм COVID-19-ҙан нисек ҡурсаларға?

.

Башҡортотанда гигиена тәрбиәһе педагогтар иңенә төшә. Шуның менән бергә уҡыусыларға мәктәпкә үҙҙәре менән антисептиктар йөрөтөргә, иртән хәлһеҙлек һиҙелгән хәлдә (ауырып торғанда), температура күтәрелгәндә өйҙә ҡалырға тәҡдим ителә. Ошо турала 18 августа БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирус буйынса брифингта Башҡортостан Гигиена һәм эпидемиология үҙәге баш табибы урынбаҫары Илнур Хасамиев хәбәр итте.
«1 сентябргә әҙерлек Роспотребнадзор менән берлектә алып барыла. Памяткалар әҙерләнде – улар мәктәптәргә ебәрелде. Әлбиттә, гигиена тәрбиәһе тураһында педагогтар балаларға мәктәптә үҙҙәрен нисек тоторға кәрәклеге тураһында аңлатасаҡ. Әйәтәйек, уҡыу йортонда бәҙрәфтән, ашхананан сыҡҡас, коридорҙан ингәс, мотлаҡ ҡулдарҙы йыуып антисептик менән эшкәртергә кәрәк. Белем биреү усаҡтары антисептиктар менән тәьмин ителә, шулай ҙа әгәр балаһына ҡулланырға ата-әсәләр антисептик бирә икән, уныһы ла артыҡ булмаҫ», - тине Башҡортостан Гигиена һәм эпидемиология үҙәге вәкиле.
Уның һүҙҙәренсә, көн һайын иртән мәктәптәрҙә уҡыусыларҙың температураһын тикшерәсәктәр.
«Баланы мәктәпкә ебәрер алдынан температураһын үлсәп, ауырымаймы, киҫкен респиратор вирус инфекцияһы билдәләре юҡмы – тикшереп торорға, бала үҙен насар тойған хәлдә өйҙә ҡалдырырға кәрәк. Был да профилактик сара булып тора, - тип өҫтәне Илнур Хасамиев.
Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова балаларға мәктәптә битлек кейеп йөрөргә кәрәкмәй, тип билдәләне.
Ата-әсәләргә шуны кәңәш итә алам: йәмәғәт транспортында йөрөгәндә балаларға битлек кейеп йөрөргә, аҙаҡ уны матурлап тәҫләп кеҫәгә һалып ҡуйырға кәрәк, мәктәптән ҡайтҡанда тағы кейергә кәрәк буласаҡ. Мәктәптә санитария ҡағиҙәләре һәм нормалары буйынса балалар битлек кеймәй. Уларҙан
айырмалы булараҡ, колледждар һәм вуздарҙа уҡыусылар битлек кейә, ни өсөн тигәндә, инфекция балаларға ҡарағанда ололар өсөн хәүефлерәк. Бурысыбыҙ: уҡыусыларҙың да, уҡытыусыларҙың да һаулығын һаҡлау», - тине ул.
Р.ЗАМАНОВА.
Автор: Роза Сафина
Читайте нас: