Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
25 Август 2020, 12:20

"ҠАРАБАЛЫҠЛЫ"ҒА ЯЛ ИТЕРГӘ КИЛЕГЕҘ!

.

БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, ил Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проекты сиктәрендә «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» төбәк проекты буйынса Әбйәлил районының Ташбулат ауылында «Ҡарабалыҡлы» ял паркы төҙөлә. Йәмәғәт биләмәһе тиҙҙән халыҡ мәнфәғәтенә файҙаланыуға тапшырыласаҡ.
Парк өсөн ауыл үҙәгендәге мәктәп, мәҙәниәт йорто һәм ауыл биләмәһе хакимиәте бинаһы урынлашҡан майҙан һайланған. Төҙөлөш һәм төҙөкләндереү эштәрен «Строймонтаж» ЯСЙ-һы башҡара.
Буласаҡ күркәм ял итеү урыны, ысынлап та, күҙгә эленерлек булған хәҙер. Асыҡ һауала мөһабәт сәхнә ҡалҡып сыҡҡан. Биләмәне иңләп-буйлап үткән тротуарҙар уны айырым өлөштәргә бүлә. Төп иғтибар йәшелләндереүгә йүнәлтелә. Майҙандың иң ҙур өлөшөн ылыҫлы ағастар, йәм-йәшел газон, сәскәлектәр биләйәсәк. Ҡара тупраҡ килтерелгән. Ер эштәре тамамланыуға бара.
Уйын һәм спорт ҡорамалдары ике өлөштә урынлаштырыласаҡ. Уларҙы хәүефһеҙ резина япма һалыуға әҙерләп, ҡом менән тигеҙләгәндәр. Кескәйҙәрен уйнатырға алып килгән өлкәндәр өсөн уйын майҙансығы тирәләй эскәмйәләр ҡуйыласаҡ. Парк биләмәһендә сәхнә алдындағы тамаша ҡылыу рәттәре менән бергә бөтәһе 22 эскәмйәгә урын билдәләнгән. Яҡтыртыу фонарҙары ҡуйыла башлаған, улар бөтәһе 16 урында буласаҡ. Әйткәндәй, электр бағаналарға сымдар ер аҫтынан үткәрелгән. Былай хәүефһеҙ ҙә, эстетик яҡтан зауыҡлы ла, тип белдерә төҙөүселәр.
Ял итергә килеүселәр өсөн автомобилдәр туҡталҡаһы булдырыу ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалмаған. Машиналар ҡуйыу майҙансығына асфальт йәйгәндәр. Парк аша мәктәпкә илткән төп юлға ла асфальт һалынған. Ә тротуарҙарға шымартылған таш түшәлә.
Йәмәғәт биләмәһен мал-тыуар, ҡош-ҡорт төйәк итмәһен өсөн, ни тиһәң дә ауыл ере бит, майҙан бөтә яҡтан да биҙәкле тимер рәшәткә менән уратып алынасаҡ, инеү урындарына ҡапҡалар ҡуйыласаҡ.
Фото: БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы.
Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: