Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
24 Август 2020, 10:49

ТИҘ ӘҘЕРЛӘНӘ ТОРҒАН ИТЛЕ БӘЛЕШ

/

1 стакан кефирға ярты сәй ҡалағы сода һалып туҡырға.
5 минуттай ултыртып торғас уға 2 йомортҡа, ярты сәй ҡалағы тоҙ һәм 1 стакан он һалып шыйыҡ ҡына ҡамыр әҙерләргә.
Майланған табаға ҡамырҙың яртыһын ҡойорға ла, өҫтөнә фарш һалғас, ҡалған яртыһын ҡойоп ҡайнар духовкала 40 минут бешереп алырға.
Фарш әҙерләү:
300 грамм һарыҡ йәки һыйыр итен ит турағыс аша үткәреп 2 баш һуған, 3-4 тырнаҡ һарымһаҡ, тоҙ, борос һалып бутарға кәрәк.
Нэркэс Валиуллина.
Читайте нас: