Грушаны йыуығыҙ, таҙала-ғыҙ, ваҡлап турағыҙ. Ит турағыс аша үткәрергә лә була. Ә әфлисундың тышын алырға, кем оҡшата бер аҙ уныһын да ҡушып ебәрергә мөмкин. Барыһын ҡушып, шәкәрҙең ½ өлөшөн һалып, һуты сыҡҡансы 15 минутҡа ултыртып тороғоҙ. Ҡалын төплө суйын ҡулланһағыҙ яҡшыраҡ, сөнки повидло тиҙ генә һауыт төбөнә ултырып, көйөп барыусан. Груша әллә ни һутлы булмаһа, әҙ генә һыу ҡушығыҙ. Болғатып тороғоҙ, ҡайнап сыҡҡас, шәкәрҙең ҡалған өлөшөн яйлап өҫтәгеҙ. Шәкәр иҙелеп бөткәнсе талғын утта ҡайнатыуҙы дауам итегеҙ. Аҙаҡ йомшарған груша киҫәктәрен блендер менән иҙгесләргә кәрәк, кемдәрҙер һыуынғас иләк аша үткәрә. Иҙмәне йәнә 20-30 минут ҡайнатырға була. Был осраҡта ҡуйырһын өсөн инструкцияға ярашлы пектин, йә лимон кислотаһы ҡушып ебәрергә лә кәңәш ителә.
Стерилләнгән банкыларға эҫе килеш ҡойоп, ҡапҡасын ябып, “шуба” аҫтына һыуынғансы ултыртып торабыҙ. Аҙаҡ һалҡын ергә ҡуйырға.