Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
24 Август 2020, 19:26

Бүлмә гөлдәренең файҙаһы

/

ФИКУС
Үҙенә ағыулы матдәләрҙе—бензол, фенол, трихлорэтиленды йыйып ала һәм уларҙы махсус ферменттар ярҙамында аминокислоталарға, шәкәргә әйләндерә. Халыҡ араһында шундай ырым да йәшәй: йәнәһе, ғаиләлә бала булмаһа, мотлаҡ өйҙә фикус үҫтерергә кәрәк.
МИРТ
Антисептик һәләткә эйә. Тын юлы сирҙәре, ОРЗ, ОРВИ, грипп менән йәш ауырыусылар өсөн файҙалы. Был гөлдөң еҫе тирә-яҡ менән гармонияны тыуҙырырға булышлыҡ итер.
ХЛОРОФИТУМ
Хлорофитум япрағы һаулыҡ өсөн зыянлы көкөрт, азот, формальдегидты үҙенә йыя. Улар ғәҙәттә көнкүреш газы янғанда барлыҡҡа килә. Тимәк, был гөлдө аш бүлмәһенә ултыртыу яҡшы. Тупрағына активлаштырылған күмер һалғанда, уның әлеге файҙалы көсө тағы ла әүҙемләшә.
ГИБИСКУС
Йорттоң биоэнергияһын тергеҙә, тиҙәр. Өйҙөң мөйөштәренә ултыртырға тәҡдим итәләр. Ул яҡшы кислород бүлергә һәләтле.
ДРАЦЕНА
Төрлө мебелдән, лакланған йыһаздан, синтетик әйберҙәрҙән бүленгән микробтарҙың, токсиндарҙың дошманы.
Резеда Валиева.
Читайте нас: