Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
21 Август 2020, 13:36

Уйнап йөрөгән балаға эттәр ташлана

/

Статистика буйынса, Башҡортостанда йыл һайын 11-12 мең кеше эт тешләүҙән зыян күрә. Мөрәжәғәттәрҙең күбеһе хужаһыҙ хайуандар ташланыуына бәйле.
Былтыр октябрь айында Учалыла теркәлгән аяныслы хәл хужалы эттәр менән бәйле. Кес кенә бала үҙ ихатаһында уйнаған саҡта, алабай һәм шарпей тоҡомло эттәр килеп инеп, уға ташланалар һәм тешләйҙәр.
Судмедэкспертиза, бала һаулығына алабай тарафынан – уртаса, шарпей тарафынан еңелсә зыян килтерелгән, тип асыҡлай.
Ошо көндәрҙә эттәренә баш була алмаған хужаға суд хөкөм сығарҙы, ул әхлаҡи һәм физик зыян өсөн 100 мең күләмендә аҡса түләйәсәк.
Шулай уҡ уға алабай тоҡомло этен ябыҡ вольерҙа тоторға ҡушылды.
Фото: fakty.ua
Автор: Римма Султанова.
Читайте нас: