Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
21 Август 2020, 10:38

"Улар минең тормошҡа ашмаған хыялдарыма оҡшаш..."

/

- Олатай, ниндәй ҡайғыға баттың? - йәйге ҡояшлы көндә йөҙө ҡарайып, уйға батҡан олатайымды “уятырға” тырышам.
Ә ул мине ишетмәй, ихатала һабын ҡыуыҡтары өрҙөрөп уйнаған бәләкәй ҡыҙҙы күҙәтә. Йәйғор төҫөндәге матур шарҙар һауаға осоп тарала ла йәһәт кенә юҡҡа сыға. Елһеҙ көндә лә ҡалай еңел генә күтәреләләр! Мин дә ярата торғайным һабын ҡыуыҡтарын осорорға...
- Ҡарт кеше нимә уйлаһын? Мәғәнәһеҙ, бушҡа үткән йылдар тураһында инде, - тип яуаплай фәлсәфәгә бирелеп олатайым. - Алда ятҡан юлдар ҙа уйға һала...
Уның ҡартайған һайын болоҡһоуы, көтөлмәгән тормош асыштары мине лә ҡайһы саҡ аптыратып ҡуя. Кәйефте боҙғо килмәһә лә, һүҙҙе дауам иттем:
- Йә, тағы ниндәй фекерҙәр килде башыңа?
Уның быға яуабын иһә тормош девизы итеп алдым, олатайҙың ошо һүҙҙәре күңелгә ғүмерлеккә уйылды:
- Улым, күрәһеңме йылҡылдаған һабын ҡыуыҡтарын? Улар минең ваҡытында тормошҡа ашырмаған хыялдарыма оҡшаш: үҙҙәре сағыу, ымһындырғыс, тик береһен дә ҡулға алырлыҡ түгел... Бөгөнгө эштәреңде иртәгәгә ҡалдырма!
Фото: Tokkoro.com
Автор: Дина Арсланова.
Читайте нас: