Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
21 Август 2020, 12:34

РӘСӘЙҘӘ ЕТЕШТЕРЕЛГӘН ЮҒАРЫ ТЕХНОЛОГИЯЛЫ РЕНГЕНТ КОМПЛЕКСЫ ҠУЙЫЛҒАН

.

Гульшат Кагарманова

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указы буйынса тормошҡа ашырылған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә Дүртөйлө балалар дауаханаһына Рәсәйҙә етештерелгән “Телемедикс-Амико” юғары технологиялы ренгент комплексы килтерелгән. Ҡоролма ҡуйылғандан алып, уның ярҙамында илленән ашыу пациенттың һаулыҡ торошо тикшерелә. Белгестәр әйтеүенсә, ул снимоктарҙы сифатлы һәм тиҙерәк эшләп сығара. Мәҫәлән, уларҙы баҫтырып алыу, киптереү талап ителмәй. Бынан тыш һөҙөмтәне ренгент таҫмаһына ғына түгел, электорн рәүештә лә, ҡағыҙға күсереп тә алырға мөмкин.
#Национальныепроекты
#Миллипроекттар
Читайте нас: