Хәйбулла хәбәрҙәре
-9 °С
Болотло
ВКонтакте
Одноклассники
Телеграм
Баш
Рус
Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
21 Август 2020, 10:55
Боростан тәмле салат
/
Боросоғоҙ ишелеп уңдымы? Улайһа, беҙҙең даими гәзит уҡыусыбыҙ, Күгәрсен һылыуы Айгөл Миңлебаева тәҡдим иткән борос салатын эшләп ҡарағыҙ! Айгөлдөң фотоһына күҙ һалһаң да, борос еҫе аңҡып торған һымаҡ!
- 5 кг таҙартылған борос, 3-5 баш әсе боросҡа 1 стакан һыу, 1 стакан май, 1 стакан уксус, 1 стакан шәкәр, 1 стакан һарымһаҡ тырнағы, 5-6 бөртөк уртаса кишер, самалап тоҙ кәрәк буласаҡ. Ошо һанап сығылған аҙыҡтарҙы бергә ҡушып тоҙлама ҡайнатырға һәм ҡайнар тоҙламаның өҫтөнә боростарҙы ауҙарып резина бирсәткә кейеп ныҡ итеп баҫыңҡырап бутарға. Стерилләнгән банкаларға сәнске менән баҫҡылап, рәтләп тултырғас, ҡалған тоҙламаны ҡайнатып сығарып, банкаларға өҫтәргә. Әсе боросто үҙегеҙ нисек яратаһығыҙ, шулай һалығыҙ. Уның бит төрлөһө була. Кемдәр ныҡ әсене ярата, биш борос һалып ебәрә. Шул тиклем тәмле ул был ҡабымлыҡ! – ти Айгөл.
Эшләп ҡарайыҡмы?
Фото Айгөл Миңлебаеваның "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге сәхифәһенән алынды.
Автор: Лилия Нуретдинова.
https://mechetlinskayalife-b.rbsmi.ru/articles/t-bi-t-m-be/Borostan-t-mle-salat-419613/
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?