Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
20 Август 2020, 10:50

Алманың бешкән сағы

/

Август – муллыҡ айы. Уңған хужабикәләр уңышының бер бөртөгөн дә әрәм итмәй ҡышҡылыҡҡа әҙерләп ҡуя. Мәҫәлән, беҙҙең даими уҡыусыбыҙ, Дүртөйлө ҡалаһында йәшәгән Клара Сәфәрова баҡсаһында үҫкән алмаларҙан ниндәй генә ризыҡ әҙерләмәй! Ҡышҡылыҡҡа күп итеп ҡаҡ та яһай ул.
"Ҡаҡты һәр кем үҙенсә яһай. Мин алмаларҙың төшөн, үҙәген, боҙолған урындарын киҫеп ташлап, уларҙы турап бешерәм. Һыуынғас, һыуын һөҙөп, иләктән үткәрәм. Пюреһы ҡуйы булһа, ҡаҡ тағы ла тәмлерәк килеп сыға. Артабан ошо массаға шәкәр ҡомы йәки ҡайнатма сиробы ҡушам. Алманың үҙенән генә эшләнгән ҡаҡ ҡорораҡ була, ә башҡа емеш ҡайнатмаһының сиробын ҡушһаң, тәме лә икенсе, уны төрөүе лә еңел. Әҙер массаны шыма таҡталарға йәйеп киптерәм. Бының өсөн көндөң эҫе булыуы ла шарт. Бер-ике көндә ҡаҡ кибә. Таҡталарҙы алдан май менән һыларға кәрәк. Сите кибеү менән уны яйлап бысаҡ менән ҡуптара барам. Шулай итһәң, тиҙерәк кибә.
Көндәр ямғырлы торһа, ҡаҡты газ плитәһе өҫтөндә киптерергә тура килә. Бының өсөн сеүәтәгә һыу һалам, шуның өҫтөнә таҡтамды йәйәм. Был ысул менән ҡаҡ оҙаҡ кибә. Газ мейесенә, йәки емеш-еләк киптереү аппаратына ла ҡуйырға була. Тик мин был ысулдар менән файҙаланмайым. Эҫе көндәр булыр әле! Шул саҡта тағы эшләп ҡалырбыҙ!" - ти уңған хужабикә.

Фото Клара Сәфәрованың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән алынды.
Автор: Лилия Нуретдинова.
Читайте нас: