Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
19 Август 2020, 10:35

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлегенә бағышланған һүрәттәр конкурсы

/

Юл-транспорт ваҡиғаһында зыян күргән балаларға ярҙам итеү маҡсатында ойошторолған “Наташа Едыкина” хәйриә фонды “Светофор фәне менән мәктәпкә, балалар баҡсаһына юл буйлап” III Бөтә Рәсәй һүрәттәр конкурсы уҙғара.
Был сара белем байрамына бағышлана һәм балаларҙың белем биреү усаҡтарына барғанда, балалар ҡатнашлығында юл-транспорт фажиғәләрен профилактикалау маҡсатында ойошторола.
Конкурс Рәсәй Федерацияһы биләмәләрендә 2020 йылдың 24 авгусынан 25 сентябренә тиклем уҙғарыла. Унда 3 – 14 йәшлек теләге булған һәр бала ҡатнаша ала. Конкурс материалдары [email protected] электрон адресы буйынса ҡабул ителә.
Тулыраҡ мәғлүмәт менән проект сайтында танышырға мөмкин.
Автор: Эльвира Багаутдинова.
Читайте нас: