Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
19 Август 2020, 18:33

Һөнәре буйынса иң яҡшылары

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре араһында төбәк-ара бәйге үтте

Бөгөн Аҡъяр тау колледжында торлаҡ-коммуналь хеҙмәткәрҙәре араһында төбәк-ара бәйге үтте. Унда Хәйбулла, Баймаҡ, Бөрйән, Учалы, Ейәнсура, Йылайыр, Әбйәлил райондарынан һәм Межгорье ҡалаһынан ҡаҙанлыҡ операторы, иретеп-йәбештереүсе, электромонтер, тракторсы-механик һәм башҡа һөнәр эйәләре ҡатнашты.
Район хакимиәте башлығының төҙөлөш, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм сәнәғәт буйынса урынбаҫары Александр Карпов сәләмләп, уңыштар теләгәндән һуң, бәйге башланды. Ул ике этапта үткәрелде. Тәүгеһендә бәйгелә ҡатнашыусылар билет һорауҙарына яуап биреп, үҙ белемдәрен тикшерһә, икенсеһендә практикала үҙҙәрен һынаны. Эште башҡарыу технологияһы һәм сифатына, дөрөҫлөгөнә, заданиеларҙы үтәү ваҡытына, хеҙмәт хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен күҙәтеүгә айырым иғтибар бирелде. Әлбиттә, абруйлы жюри ағзаларына иң-иңдәрҙе билдәләү еңелдән булмағандыр. Әммә бәйге еңеүсеһеҙ булмай, был юлы ла һөнәре буйынса иң яҡшылар билдәләнде.
Читайте нас: