Рәсәй Президенты Владимир Путин "Интер РАО" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Борис Ковальчук менән осрашты. Осрашыу барышында ил башлығы холдингтың киләсәккә пландары, проблемалары менән дә танышты.
"Интер РАО” йәмҡиәте электр энергияһын сит илдәргә экспортлаусы һәм импортлаусы берҙән-бер ҙур холдинг булып тора. Был компания һуңғы йылдарҙа электр энергияһын, йылылыҡ ҡеүәттәрен үҫтереү буйынса Рәсәйҙә дүртенсе урынды биләп, иң ҙур компанияларҙың рәтенә сыҡты. 2018 йылдан әлеге ваҡытҡа тиклем алты гигаваттан артыҡ ҡеүәттәрҙе файҙаланыуға тапшырҙылар, был бик яҡшы күрһәткес”, - тине ил башлығы.