Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
19 Август 2020, 11:13

БАШҠОРТОСТАНДА 80 МАЙҘАНСЫҠТА “ЕҢЕҮ ДИКТАНТЫ” ҮТӘСӘК.

.

Зифа Гайсина

“Тестарҙа Бөйөк Ватан һуғышының нисек тамамланырына йоғонто яһаған тарихи ваҡиғалар һәм шәхестәр тураһында туғыҙ һорау индерелгән. Бында билдәле фильмдарҙы, һуғыш осоро йырҙарын, һуғыш тураһындағы әҙәби әҫәрҙәрҙе белеүгә һорауҙар ҙа бар. Уларға яуап бирә алған кеше 3 сентябрҙә үтәсәк “Еңеү диктантын” да яҙа алырына шикләнмәйбеҙ”, - тип билдәләй “Тарихи хәтер” проекты координаторы, “Берҙәм Рәсәй” Генсоветы секретары урынбаҫары Александр Хинштейн.
Ул шулай уҡ диктант яҙыу майҙансыҡтарының бөтә ил буйынса музейҙарҙа ла ойоштороласағын әйтте. Шундай төп объекттарҙан – Бородино музейы, Тула Кремле, “Куликов яланы” музей-ҡурсаулығы, Башҡортостан Республикаһы Хәрби Дан музейы, “Сталинград алышы” музей-панорамаһы һәм башҡалар бар.
3 сентябрҙә Башҡортостанда “Еңеү диктанты” 80-дән ашыу майҙансыҡта ойоштороласаҡ. Тестарҙы шулай уҡ төбәгебеҙҙең биш юғары уҡыу йортонда, “Рәсәй – минең тарихым” тарихи паркында, халыҡ-ара “Өфө” аэропортында, район һәм ҡала мәктәптәрендә яҙасаҡтар.
Читайте нас: