Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
19 Август 2020, 11:38

АЛКОГОЛҺЕҘ – ЗАРАРЛЫ ТҮГЕЛМЕ?

.

Венер Исхаков

Алкоголһеҙ һырала этил спирты ҡушылмауы уның зарарһыҙ булыуын аңлатмай. Ул бары иҫертмәй, башты ауырттырмай. Алкоголһеҙ һыра шул уҡ ғәҙәти эсемлек – уны етештергәндә лә кобальт, ҡомалаҡ, сүпрә ҡулланыла. Эсемлекте даими һәм күп һемергәндә организмда зарарлы матдәләр йыйыла һәм һаулыҡҡа зарар килтерә. Был төр һырала һимереүгә булышлыҡ иткән калорий һәм углеводтар күп.
Һыраны нисек оноторға?
Һыраны үҙегеҙҙең дошманығыҙ тип ҡабул итегеҙ.
Эсемлектең ҙур фажиғәгә килтереүен аңлаған ваҡытта организм үҙенән-үҙе уға ҡаршы торасаҡ. Һыраның зарары хаҡында күберәк уҡығыҙ. Был һеҙҙең өҫтәл китабы булһын. Эсемлекте көнбағышҡа, йәшелсәгә, емеш-еләккә алыштырығыҙ.
Ҡыҫҡаһы, һыра һемереүҙе онотоғоҙ. Әгәр ҙә үҙегеҙ генә ташлай алмайһығыҙ икән, белгестәргә ярҙам һорап мөрәжәғәт итергә ҡыйынһынмағыҙ.
Был насар ғәҙәттән ҡотолғас, әлдә һыраны ташлағанмын әле, тип ҡыуанырығыҙға шик юҡ. Һаулығығыҙ күҙгә күренеп яҡшырыр, артыҡ ауырлыҡтан ҡотолорһоғоҙ, һыра һемермәйенсә лә тормош шул тиклем матур, күңелле булыуын аңларһығыҙ. Ғаиләлә яҡындарығыҙ менән аралашырға буш ваҡыт күберәк ҡалыр. Иң мөһиме – үҙегеҙҙең ҡарашты үҙгәртегеҙ. Сәләмәт тормош һеҙҙең йәшәү рәүеше булырға тейеш.
Читайте нас в