Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
18 Август 2020, 11:02

ДАРЫУ УРЫНЫНА ҺУТ ФАЙҘАЛАНЫУ

/

Барыбыҙ ҙа яратып эскән һуттарҙы еләк-емеш мул саҡта үҙең әҙерләп, шунда уҡ ҡулланһаң, организм өсөн файҙаһы күберәк. Йәшелсә һәм емеш һуттары шифалы үҙенсәлеккә эйә. Дауаланыу өсөн һуттарҙың яңы һығылғаны ғына файҙаланыла. Эсемлекте көнөнә 2-3 тапҡыр ашар алдынан эсергә кәрәк. Артыҡ баллы һәм әсе һуттарға һыу ҡушыла.
* Петрушка һуты күреү һәләтен яҡшырта, бөйөрҙәге таштарҙы ҡыуҙырта.
* Ҡыяр, ҡарбуздыҡы организмдағы ҡом-ташты йыуҙырта.
* Кишер һуты организмды лайланан таҙарта.
* Сөгөлдөр һуты ҡан составын яҡшырта.
* Сөгөлдөр менән кишер һуты ҡатнашмаһы йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы тороусанлыҡты арттыра, күреү һәләтен яҡшырта, бауырҙы таҙарта.
* Йәшел борос һуты составында кремний бар. Ул йыуан эсәк шешкәндә, эсәктәр йәбешкәндә (спайки) файҙалы. Тәнендә пигмент таптары булғандарға ла был һутты эсеү килешә.
* Ҡуҙғалаҡтыҡында магний, фосфор, көкөрт, кремний күп. Шуға ла тотош организмға ыңғай йоғонто яһай.
* Лимон һуты бауырҙы таҙарта, зарарлы тоҙҙарҙы сығара.
Сәләмәт булығыҙ, дуҫтар!
Врач менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!
Мархаба Гайнетдинова.
Читайте нас: