“Ағиҙел” әҙәбиәт журналының баш мөхәррире, яҙыусы Мөнир Ҡунафин, сатира оҫтаһы Марсель Сәлим, яҙыусы Флүр Ғәлимов, яҙыусы Фәрзәнә Аҡбулатова, “Аҡбуҙат” балалар журналының баш мөхәррире, шағирә Лариса Абдуллина, шағирә Зөлфиә Ханнанова, шағир Фәнил Бүләковтың ижады Үҙәк Азия тарафынан юғары баһаланды.