Башҡортостан мәғариф һәм фән министрлығының мәктәпкәсә белем биреү бүлеге начальнигы Алина Ғәлина “Бәйләнештә” селтәрендә республикабыҙҙың мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларының ҡасан эшләй башлаясағы тураһында яҙған.
Әле COVID-19 буйынса пандемия барыу сәбәпле, балалар баҡсаларының эшмәкәрлеге туҡтатылды, бөгөн унда дежур төркөмдәр генә асылған. Билдәле булыуынса, пандемияның икенсе тулҡыны үтеүгә, уны 1 июлгә тура килә тип фараз иттеләр, бөтә белем усаҡтары ла шул һынылышлы осорҙан һуң асылыр тип уйлайҙар ине.
– 17 авгусҡа ҡарата балалар баҡсаларында дежур төркөмдәр генә эшләй, – ти Алина Ғәлина. – 1 сентябрҙән, бөтә санитар-эпидемиология талаптарын үтәп, балалар баҡсалары ғәҙәти режимда эшләй башлаясаҡ.
Башҡортостан мәғариф һәм фән министрлығы биргән мәғлүмәт буйынса, республикабыҙҙа 1 027 балалар баҡсаһы иҫәпләнә.