Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
18 Август 2020, 11:37

АЛДЫНҒЫЛАРҒА - АВТОМОБИЛЬ!

.

Гульдар Кинзябаева

Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәләрҙә ауыл хужалығы темаһы көн үҙәгенән төшмәй. Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов ҡатмарлы һауа шарттары арҡаһында уңыш йыйыу эштәре бер аҙ тотҡарланыуын белдерҙе. Тик барыбер күрһәткестәр былтырғынан яҡшыраҡ.
15 авгусҡа ҡарата ауыл эшсәндәре сәселгән игендең 27 процентын йыйған, 1,18 миллион тонна ашлыҡ һуғып алынған. Башҡортостан буйынса уртаса уңыш гектарынан 25,3 центнер тәшкил итә, былтырғы күрһәткестән 4,4 центнерға күберәк.
Уңыш йыйыу буйынса алдынғылыҡта Ауырғазы, Көйөргәҙе һәм Әлшәй райондары килә. Төшөм буйынса алдынғы булып Саҡмағош, Бүздәк һәм Дәүләкән райондары иҫәпләнә. 36 районда ужым культуралары сәселә башлаған.
Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, уңыш йыйыу һөҙөмтәләре буйынса алдынғы хеҙмәткәрҙәр билдәләнәсәк һәм ҡиммәтле бүләктәр аласаҡ. Механизаторҙар, водителдәр, комбайнсылар һәм операторҙарҙы бүләкләү өсөн 20 еңел автомобиль бүленгән.
– Беҙ ауыл халҡына ҙур ышаныс менән ҡарайбыҙ. Тәүге ярты йылда билдәле сәбәптәр буйынса сәнәғәт етештереүе индексы әҙерәк кәмене, ә ауыл хужалығы үҫеш бирә, – тине Радий Хәбиров.
Читайте нас: