Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
17 Август 2020, 11:54

ТӘҮГЕ ЯРТЫ ЙЫЛЛЫҠҠА ЙОМҒАҠ ЯҺАЛДЫ

.

Гульдар Кинзябаева

Республика прокуратураһы тәүге ярты йыллыҡҡа йомғаҡ яһаны. Ведомство эшенең төп йүнәлештәренең береһе – яңы коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеүгә бәйле ҡануниәттең үтәлеше хаҡында белдерҙе. Шулай уҡ прокурорҙар граждандарҙы борсоған мотлаҡ медицина ярҙамы, ташламалы дарыуҙар алыу кеүек мәсьәләләргә лә иғтибар бүлде.
Быйыл ведомство тағы ла түләнмәгән 515 миллион һум хеҙмәт хаҡын ҡайтарыуға өлгәшкән, был былтырғыға ҡарғанда 75 миллион һумға күберәк. Коронавирусҡа ҡаршы көрәшкән 205 медицина хеҙмәткәренең хоҡуғы тергеҙелгән, улар бөтәһе һигеҙ миллион һум күләмендә өҫтәмә түләү алған.

Прокурорҙар эшҡыуарҙарҙың хоҡуғын яҡлауға ла үҙ өлөшөн индергән, йәғни күҙәтеү органдары ҡыҫылғандан һуң дәүләт һәм муниципаль контракттар буйынса 95 миллион һум түләнгән. Дәүләт һау­лыҡ һаҡлау учреж­дениеларының эшҡыуарҙарға 110 миллион һумдан ашыу бурысы бар. Ведомство етәксеһе хеҙмәткәрҙәренән был бурыслыларҙың финанс эшмәкәр­леген контролдә тотоуҙы һораны.

Республиканың күҙәтеү органы коррупцияға ҡаршы закондың үтәлешендә лә һөҙөмтәле эшләүгә өлгәшкән. Быйыл билдәһеҙ килем иҫәбенә алынған милек буйынса өс эш буйынса дәүләт файҙаһына 152 миллион һумдан ашыу мөлкәт тартып алынған.

Ведомство хеҙмәткәрҙәре “Роскомнадзор”ға интернет селтәр­ҙәрендә экстремистик мәғлүмәт­тәргә рөхсәтте тыйыу тураһындағы 1,5 меңдән ашыу мәғлүмәт ебәргән. Шулай уҡ “фейк яңылыҡтарҙы” таратыуға юл ҡуймау буйынса саралар күргән.

Быйыл прокуратура органдарына мөрәжәғәттәр туғыҙ процентҡа кәмегән, уларҙың һәр дүртенсеһе нигеҙле булған.
Читайте нас: