Күҙ тейеү тураһында барыбыҙ ҙа ишетә белә һәм унан һәр кем үҙенсә һаҡлана. Халыҡ араһында хатта ҡара күҙле кешенең күҙе ҡаты тигән ышаныу ҙа бар. Күҙ ҡарашының тиҫкәре энергияһы эләгеү сәбәпле, кеше йәнендә рухи проблемалар тыуҙырған, һуңынан уны эстән емергән күңел ауырыуы барлыҡҡа килә.
Ә кемдер күҙ тейеүгә бөтөнләй ышанмай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күҙ тейеү бар, был хаҡта дини китаптарҙа ла телгә алынған. Ә ғалимдар кешенең күҙ ҡарашы ҡеүәтле биоэнергик көскә эйә, тиҙәр. Тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә, улар ошондай һығымтаға килгән: күҙҙән тарала торған нурҙар ҡыҫҡа тулҡынлы, улар, лазер йәки рентген нуры кеүек, тәнгә үтеп инергә, эске органдарға, үҙәк нерв системаһына, мейегә һәм бөтә организмға йоғонто яһарға мөмкин.
Күҙ тейеүҙән кеше ауырый башлай, хатта яман күҙ кешеләрҙе лә, хайуандарҙы ла үлтерә, ир менән ҡатын араһын боҙоуға сәбәпсе була. Һеҙҙең байлығығыҙ, матурлығығыҙ, белемегеҙ, балағыҙ, ғөмүмән, бөтә нәмә кешелә көнләшеү хисе тыуҙырырға мөмкин. Йәғни кешенең йорто ла, машинаһы ла, һыйыры, аты, һарығы, ҡош-ҡорто ла көнсөллөк уята ала һәм уларға күҙ тейә. Шунан был зарарлы күҙҙәрҙән хужаның һыйыры ла, тауығы ла ятып үлә. Хатта күҙ тейеүҙең һөҙөмтәһе арҡаһында өйҙә үҫеп ултырған гөл-сәскәләр ҙә ҡорой.
Яман күҙ - бер кешенең икенсеһенә ҡыҙығып, көнләшеп, үтәнән тыш һоҡланып ҡарауын аңлата һәм төрлө ауырыуҙар, күңелһеҙлектәр килеп сығыуына сәбәп булып тора.
Күҙ тейеү һәр яҡлап тиҫкәре йоғонто яһай: кешенең иммунитеты насарая, башы ауырта, хәле бөтә, тыны ҡыҫыла, уйлаған пландары килеп сыҡмай, эштәре алға бармай, ғаилә ҡора алмай, ир менән ҡатын араһы боҙола. Шулай уҡ күҙ тейеү арҡаһында ғаилә ҡора алмай йөрөүселәр, балаға уҙа алмаусылар ҙа байтаҡ. Һөҙөмтәлә - депрессия, агрессия, апатия.
Кешенең холҡо үҙгәрә.